Үҫеш бар ерҙә талап ҙур18.11.2014
Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Рәсәй һәм Индонезия парламенттары араһындағы хеҙмәттәшлек төркөмөнә етәкселек итә.


Уны ойоштороу тураһындағы ҡарар Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко рәйеслегендәге делегацияның Индонезия Республикаһында рәсми сәфәренә ярашлы ҡабул ителде.
Индонезия парламентының ике палатаһында — Төбәк вәкилдәре һәм Халыҡ вәкилдәре советтарында — яҡтар Рәсәй-Индонезия хеҙмәттәшлеген тәрәнәйтеү һәм киңәйтеү юлдарын тикшерҙе. Төбәк вәкилдәре советы рәйесе Ирман Гусман менән осрашыуҙа Рәсәй парламентының Юғары палатаһы спикеры Валентина Матвиенко Пекинда уҙған АТЭС саммитында Рәсәй менән Индонезия прези­денттарының һөйләшеү үткәргәнен билдәләне. Әле парламентарийҙар үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу йүнәлештәрен тикшерә. Валентина Матвиенко фекеренсә, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлектең һәм гуманитар бәйләнештәрҙең үҫеше парламенттарҙан әүҙемерәк эш талап итә.




Вернуться назад