Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Мәскәүҙә III Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү конференцияһында сығыш яһаны.
Мәскәү өлкә Думаһында уҙғарылған “Төбәк һәм муниципаль кимәлдәге һайлауҙа тауыш биреү берләштерелгән осраҡта һайлауҙы ойоштороу һәм үткәреү проблемалары” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”дә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе, сәйәсәт фәндәре докторы Хәйҙәр Вәлиевкә һүҙ бирелде. Форумда ҡатнашыусыларҙы ул һайлауҙы, референдумды ойоштороу һәм үткәреү йәһәтенән республикабыҙҙың бай тәжрибәһе менән таныштырҙы. Артабан ғалимдар һәм политологтар, һайлауҙы ойоштороусылар “Рәсәй дәүләтселеге тарихында урындағы һайлау” темаһы буйынса “түңәрәк өҫтәл”дә осрашты.