Иң яҡшы йорттар билдәләнде01.02.2012
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында йыл һайын үткәрелә килгән иң яҡшы шәхси йорт республика смотр-конкурсына йомғаҡ яһалды. Туймазыла ике ҡатлы йорт һалған Гүзәлиә Латипова I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Талбазылағы ике ҡатлы өй хужаһы Барый Ғатауллин II дәрәжә диплом алды. Яңауылда йәшәүсе Радмир Минеғәлиев һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылынан Рәфил Мәүлиев III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Еңеүселәрҙең проекттары ебәрелгән район хакимиәттәренең архитектура һәм ҡалалар төҙөлөшө бүлектәре ошондай уҡ дипломдар менән бүләкләнде.
Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ҡариҙел районы үҙәгендә йәшәүсе Мәҙинә Шакирова һәм урындағы хакимиәттең архитектура һәм ҡалалар төҙөлөшө бүлеге дәртләндереү дипломы менән билдәләнде.
М. МӨХӘМӘТЙӘРОВА.


Вернуться назад