Bell Башҡортостанға килмәксе18.11.2014
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Африка Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мандиси Мпахлуа менән осрашты.

Улар Башҡортостанда Bell автосамосвалдары етештереү мөмкинлектәрен һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлектең башҡа мәсьәләләрен тикшерҙе. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әле Башҡортостан менән Көньяҡ Африка Республикаһы араһындағы тауар әйләнеше 100 мең долларҙан артмай. Әммә республикабыҙ хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге эш йүнәлештәрен үҫтереү яҡлы.
— Көньяҡ Африка Республикаһына автобустар, станоктар, төҙөлөш машиналары ебәрергә әҙербеҙ. Белгестәребеҙ ҙә һеҙгә барыр ине, — тине Башҡортостан Президенты.
Мандиси Мпахлуа билдәләүенсә, Көньяҡ Африка Республикаһы кооперация һәм инвесторҙар йәлеп итеү эшен киңәйтергә ниәтләй. Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештергән компаниялар ҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Әлеге аҙым Башҡортостан менән Көньяҡ Африка Республикаһы араһында эшлекле мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға булышлыҡ итер тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад