Тыуған илемдән бик алыҫта йәшәһәм дә, уның менән бәйләнеште өҙмәйем, юлдарҙы һыуытмайым. Интернет, кеҫә телефоны аша туғандарым, яҡташтарым, коллегаларымдың хәлен белем торам. Йәй һайын айҙан ашыу Башҡортостанда булабыҙ, төрлө кешеләр, шул иҫәптән матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән аралашабыҙ. “Башҡортостан” гәзитен дә даими уҡып, республика тормошон күҙәтеп барам. Коллегаларым, ауыл хакимиәтендә эшләүселәр өсөн, бәлки, файҙаһы булыр тигән уйҙан сығып, мәҡәлә яҙыуымды һорағайны. Әлбиттә, Европа ауыл-ҡасабаларын беҙҙеке менән сағыштырыу бөтөнләй урынһыҙ, шулай ҙа фәһем алырлыҡ нәмәләр барҙыр, тип уйлайым. Чехияла уңайлы йәшәү өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылғанына, халыҡтың нисек көн иткәненә бәйле һорауҙарға яуап бирергә тырышылыр. Кем белә, бәлки, ниндәйҙер яңы идеялар алырһығыҙ ҙа, уны үҙ ауыл биләмәһендә тормошҡа ашырыу форсаты килеп сығыр. Тормош бит һис ҡасан бер урында тапанмай, алға бара. Чехиялағы хәлдәрҙе нисек бар, шулай күпертмәйенсә һүрәтләрмен, ә һығымтаны гәзит уҡыусылар үҙҙәре яһар.
Барыһы ла юлға бәйләнгәнСит илдә йәшәүемә дүрт йыл да булып киткән икән... Ғаиләбеҙ Көньяк Моравияның үҙәге иҫәпләнгән Брно ҡалаһынан утыҙ минутлыҡ юлда урынлашҡан “Моравский крас” (“Моравская красота”) ҡурсаулығындағы ҡасабала ғүмер итә. Ҡасаба XIII быуатта барлыҡҡа килгән. Был хаҡта уға ингән юлда яҙылып ҡуйылған, шулай уҡ картаһы, гербы эленгән. Тирә-яғын 40 саҡрымға һуҙылған “Слоупско-Шошувка мәмерйәләре” уратып алған, унан йыл әйләнәһенә туристар өҙөлмәй.
Рәсәйҙә бәләкәй ауылдар яҙмышына ҡурҡыныс янай. Улар тарҡала башлаһа, мәктәптең эшмәкәрлеге лә туҡтай, һөҙөмтәлә ҡалған халыҡ та ҙурыраҡ ауыл-ҡалаларға күсеп ултырырға мәжбүр була. Был хәл Европала ла күҙәтелә. Ләкин, беҙҙәгенән айырмалы рәүештә, уларҙа, киреһенсә, ауылдарҙы һаҡларға тырышалар. Юлдар төҙөк. Бәләкәй ауылдар менән транспорт бәйләнеше булдырылған. Был бик дөрөҫ, сөнки юлдар — төбәктәрҙе һаҡлауҙың төп шарты. Ни өсөн тигәндә, халыҡ икенсе ҡалаға эшкә шәхси машинала йәки автобуста барып ҡайта ала. Беҙҙә хатта сит илгә йөрөп эшләүселәр ҙә күп. Быға аптырарлыҡ сәбәп юҡ: Себер ҙә бит Башҡортостан егеттәре менән тулған! Бер танышыбыҙҙың ҙур ғаиләһе бер магазины ғына булған, биш-алты өйҙән торған ауылда йәшәй, 100 саҡрымдағы Брноға эшкә сәғәтенә 160 саҡрым тиҙлектә елдергән тиҙ йөрөшлө поезға ултырып бара. Юлға ни бары 10-15 минут китә.
Ауыл кешеһе ергә береккән һәм унһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай. Үҙендә етештергән продукцияны ла әлеге шул транспорт йөрөгән хәлдә генә ҡалаға илтә ала. Тимәк, ауылдар юҡҡа сыҡмаһын, кеше тыуған еренән айырылмаһын өсөн иң беренсе сиратта юлды һәм транспорт мәсьәләһен ҡайғыртыу мөһим.
Поездарҙан тыш, ауылдарға, унда хатта ике-өс кенә өй ултырһа ла, расписание буйынса маршрут автобустары йөрөй. Юл хаҡы, ҡуҙғалыу ваҡыты, ҡасан барып етәсәге, ниндәй ауылдарҙы үтәсәге — бөтәһе лә күрһәтелеп, туҡталышта яҙып ҡуйылған. Автобус һис ҡасан һуңламай, машинаны аҡ күлдәк кейгән, галстуклы водителдәр хеҙмәтләндерә, билетты ла үҙҙәре һата.
Өфөләге кеүек расписаниеһыҙ-ниһеҙ себен кеүек уҙышҡан микроавтобустар бөтөнләй юҡ, сөнки улар авария яһап ҡына ҡалмай, экологияны ла боҙа. Сағыштырыу өсөн күрше Ҡазанды ғына алайыҡ. Ҡалала таҙа, сағыу төҫтәге автобустар йөрөй, барыһы ла расписание буйынса хәрәкәт итә. Әгәр кемдер ҡайҙалыр тиҙ арала барып етергә теләй икән, рәхим итегеҙ, бының өсөн таксиҙар бар.
Беҙҙә, транспортта кондуктор булған хәлдә лә, “ҡуяндар” етерлек, ә Европала был проблема еңел генә хәл ителгән. Кондуктор ҙа кәрәкмәй. Совет заманында автобустарҙа билет һуҡтырғыстар була торғайны. Тап шундай ҡоролма бындағы һәр трамвайға, автобусҡа, троллейбусҡа ҡуйылған. Уларҙа билеттың һуғылған ваҡыты билдәләнә. Халыҡҡа унайлылыҡ тыуҙырыу маҡсатында барлыҡ төр транспортҡа ла бер үк билеттар һатыла. Ваҡыты ғына төрлө булыуы мөмкин. Миҫал килтерәйек. Үҙем йәшәгән ҡасабанан район үҙәге Бланскоға автобуста юлланырға булдым, ти. Алынған билет буйынса унда ҡәҙәр генә түгел, Брноға тиклем дә бара алам. Әгәр Бланскола төшөп артабан поезға ултырһам да, ошо билетым ярай. Юлда контролерҙар вагондар буйлап билет тикшереп йөрөй. “Ҡуяндар”ҙы әлегәсә осратҡаным булманы, сөнки уларҙан ҙур штраф түләтәсәктәр. Шулай ҙа бер хәлде хәтерләйем: Рәсәй студентынан билетһыҙ йөрөгәне өсөн өс мең крон штраф түләттеләр. Был беҙҙең аҡса менән 6 мең һум килеп сыға.
Биш йәшкә тиклемге балалар бушлай йөрөй. Шуға ҡарамаҫтан, уларға барыбер матур һүрәт төшөрөлгән билет тапшыралар, уны хатта билет тикшереүселәр тиштереп тә бирә. Үҙен бәләкәйҙән ирекле шәхес итеп тойһон өсөндөр, һәр баланың паспорты, махсус шәхеснамә картаһы бар.
Билдәле булыуынса, беҙҙәге кеүек үк Чехияның ауыл-ҡасабаларында завод-фабрика, предприятиелар юҡ, ләкин халыҡтың эше бар. Мәҫәлән, кемдер ресторан, бөҙрәхана, магазин тота, үҙенең күлен булдырып, балыҡ үрсетә... Беҙҙең меңгә яҡын кеше йәшәгән ҡасабала ғына ла алты-ете ресторан, стоматолог, өлкәндәр һәм балалар табибы, дауахана, физкабинет, бассейн, янғын һүндереү үҙәге, сиркәү, аптека, дөйөм ашхана, икмәк бешереү мини-заводы, аэробика клубы, өс велотрасса, балалар лагеры, дүрт спорт майҙансығы, балалар баҡсаһы, һыу таҙартҡыс ҡоролмаһы, автоколонка, зоомагазин, өс аҙыҡ-түлек магазины, китапхана, бассейнлы урта мәктәп һәм башҡалар бар.
Ауыл хакимиәте вәкилдәре халыҡҡа теге йәки был мәғлүмәтте еткереү өсөн урындағы радиоузелды файҙалана. Ниндәй мәғлүмәт һәм яңылыҡ бар — һәммәһе лә уның аша тапшырыла. Мәҫәлән, теш врачы отпускка китә ти, иртәгә арзан хаҡҡа ит, картуф, емеш-еләк һатасаҡтар икән, кемдең тыуған көнө, кем мәрхүм булған, Мәҙәниәт һарайында ҡасан Прага, Брно артистары сығыш яһаясаҡ — барыһы ла радио аша хәбәр ителә. Ауылда йәшәп тә орган музыкаһын йәки Карел Готтың матур концерттарын тыңларға, күргәҙмәләргә йөрөргә мөмкин, төрлө милли байрамдар үткәрелеп тора. Халыҡ үҙен үҙәктән айырылған итеп хис итмәй. Чех артистары, әйткәндәй, ҙур мәҙәниәт һарайҙарында ғына сығыш яһамай, ә ауыл-ҡасабаларҙа, туристар алдында, дауаханаларҙа ла концерт ҡуя. Былтыр, мәҫәлән, халыҡҡа театрға килгәне өсөн рәхмәт йөҙөнән Прага театры артистары спектаклдән һуң һый ойошторҙо.
Халыҡты ауыл-ҡасабаларҙа яҡшы, уңайлы юл менән транспорттан тыш, газ, һыу, дауахана, мәктәп һәм башҡа унайлыҡтар тота. Мал аҫрамайҙар. Ерҙе фермерҙар эшкәртә. Уларға хөкүмәт төрлө ярҙам күрһәтә. Әлбиттә, бөтә кеше лә фермер булмай, ҡалғандар иһә үҙ эше менән мәшғүл. Беҙҙә ауыл кешеһенең малһыҙ йәшәүен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, сөнки шунһыҙ бала-сағаһын ҡарай, кейендерә, уҡыта алмаясаҡ. Уға һуйған малын һатыу проблемаһын хәл итеү ҙә еңел түгел, бының өсөн ауыл кешеһенә район үҙәгенә, ҡалаға барырға кәрәк. Машинаһы булмаһа, ит һатырға теләүсегә автобусҡа сығыуҙан башҡа сара ҡалмай. Транспорт өҙлөкһөҙ йөрөп торһа, халыҡ ҡалаға барып та эшләр, итен, һөтөн-майын да һатыр ине.
Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла үҙе булып ҡала — матурлыҡҡа ынтыла. Шулай булғас, ниңә уға, мәҫәлән, үҙендә генә бөҙрәхана асмаҫҡа? Был эш уның үҙенә лә, ауыл-ҡасабаға ла килем килтерер ине. Чехия ауылдарын бөҙрәханаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Бында шулай уҡ кемдер кирбес һуға, йорт һала, иҙән түшәй, велосипед төҙәтә, сәскә, емеш-еләк үҫтерә, баҡса үләне сәсеү менән шөғөлләнә, ер һөрә, соҡор ҡаҙый, бәғзе берәү үҙенең бәләкәй генә ресторанын, автоколонкаһын, бәләкәй генә мәктәбен асҡан. Шундай эштәре булғандар үҙҙәре менән бик ғорурлана, һәр береһенең визиткаһы бар. Шылтыратыуың була, килеп тә етәләр.
Ошо юҫыҡта яҡташтарыма әйтер теләгем бар: Ишембай районының Ишәй, Әхмәр, Ҡанаҡай ауылдары биләмәләре, мәҫәлән, Торатауға яҡын ғына ята, шунда йәйге йорттар, бәҙрәф, сувенир магазины, бөҙрәхана, сәйхана, сауна, мунса, ресторандар асылһа, меңәрләгән турист йәлеп ителер ине! Район ҡаҙнаһына ла файҙа, эшҡыуарҙар кеҫәһе лә һайыҡмаҫ.
Миләүшә ГОДБОДЬ,
Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.
(Аҙағы бар).