Тәҡдимдәр көтәбеҙ01.02.2012
Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Салауат, Туймазы муниципаль райондарының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә территориаль һайлау комиссиялары ағзаларының вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған комиссияның яңы ағзаларын тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡан көндән һуң ун көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:
450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәттәр өсөн телефон: 250-66-22.