Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!15.11.2014
Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!
Белемгә, сағыу хыялдарға ынтылған, маҡсаттарына тоғро ҡалған егет һәм ҡыҙҙар белем ала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында. Үҙҙәре тырыш, дәртле һәм сәмле. Өфө, Мәскәү, Сингапур йә Ҡытай булһынмы, һәр ерҙә еңеү яулап, институт данын республикаға ғына түгел, тотош донъяға тарата улар.

Фәнгә ынтылған ҡыҙ

Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!Студенттарҙың йылдан-йыл Президент стипендияһы лауреаттары исемлеген тултыра барыуы – белем усағына оло мәртәбә. Ошондай дәртләндереү саралары (инс­титуттың стипендияһы ла булдырылған) йәштәрҙең белемгә ынтылышын арттыра, һөнәри оҫталыҡҡа әйҙәй.
Ксения Борисованы бәләкәйҙән булған ҡыҙыҡһыныуы тарих факультетына алып килә.
– Кеше тәүҙә үҙенең тарихын өйрәнеп белергә тейеш. Бының өсөн төплө белем, хәл-ваҡи­ғала­р­ҙы ентекләп тикшереү зарур. Фән менән шөғөлләнеү өсөн теләктән тыш ихтыяр көсө булыуы мотлаҡ. Үҙем М. Шолоховтың, А. Солже­нициндың әҫәрҙәрен яратып уҡыйым, А. Пушкин, М. Лермонтов, А. Блок шиғриәтенә ғашиҡмын, – ти ул.
Ксенияның егермегә яҡын фәнни эше бар, ике тапҡыр Красноярск өлкәһендә Халыҡ-ара археологик эҙләнеүҙәрҙә, “Кызыл – Курагино-2014” экспедиция­һында ҡатнашып, һөнәрҙе дөрөҫ һайла­уына инанған (Кызыл – Тываның баш ҡалаһы). Яҡшы уҡыған, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡыҙ быйыл Башҡортостан Президенты стипендиаты тип танылған. Уңыштар һиңә, Ксения!

Иң тәмле былау
кемдеке?


Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!Ҡайһы ата-әсә балаһының уңай­лы шарттарҙа йәшәүен теләмә­һен инде? Шуға күрә лә уҡыу йортон һайлағанда улар белем биреү сифатына ғына түгел, студенттарға күрһәтелгән социаль ярҙамға, ятаҡ торошона ла иғтибар итеүсән. Был йәһәттән Сибай институтын һайла­ғандарға ҡыуанырға ғына ҡала.
Көндөҙгө бүлектә уҡыған 780 студенттың күбеһе заманса уңайлыҡтары булған дүрт ятаҡҡа урынлаштырылған. Һәр “йортта” үҙидаралыҡ бар, уның эше менән институттың профком рәйесе Илдус Зарипов даими ҡыҙыҡһы­нып тора.
Бер ятаҡ өлгөһөндә генә лә студенттарҙың уҡыуҙан тыш тормошо юғары кимәлдә ойошторол­ғанын төҫмөрләп була. Тәҙрә төптәрен – аллы-гөллө сәскәләр, коридорҙы сағыу картиналар биҙәй. Бында тәртип, бөхтәлек – беренсе урында.
Көн кискә ауышыуға ҡарамаҫ­тан, ятаҡ тормошо һәр ваҡыт­тағыса гөрләүен дауам итә: кемдер аш-һыу хәстәрләй, икенселәре уҡыу залында дәрескә әҙерләнә, өсөнсөләре шахмат бүлмәһендә күренә, бәғзеләр тренажер залында үҙ һаулығын нығыта.
Бер ишеккә шаҡый­быҙ, унан ҡыҙҙар тауышы ишетелә. Беҙҙе бөхтә йыйыштырылған бүлмәлә береһенән-береһе сибәр, рә­хәтләнеп башҡортса һөйләшкән һылыуҙар ҡаршы алды. Ингәс тә ишеккә эленгән дежурлыҡ исемлеген шәйләнем. Тимәк, ҡыҙҙар көн һайын алмашлап йыйыштыра, аш-һыу әҙерләй, магазинға бара. Улар сәй табынына йыйылған мәлдә тиҙ генә фотоға төшөрөп алырға ла өлгөрҙөк.
Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!Ятаҡ буйлап сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ишеге ҡыҫып ҡу­йылған бер бүлмәлә йәштәрҙең китап уҡығанын, ноутбуктан нимә­лер күсергәнен, һүрәт яһап ултырғанын күреп, туҡтап ҡалдым. Шып-шым, берәү берәүгә ҡамасау­ламай: һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Һаулыҡ һорашҡас, тыныс ҡына яуап ҡайтарҙылар ҙа кире китапҡа төбәлделәр. Бөгөнгә көндә лә ихласлап белем эстәгән, китап уҡыған студенттар барлығына хайран ҡалдым. “Хәҙер йәштәр Интернетҡа әүрәп уҡымай” тип яр һалырға әүәҫбеҙ, ә уларҙың тырышып ғилемгә атлығып тороуҙарын күрмәйбеҙ. Ышанмаһағыҙ, Сибай институты студенттарын килеп күрегеҙ. Уҡыу менән бер рәттән, төрлө саралар үткәрәләр, конкурстарҙа ҡатна­шалар, призлы урындар ҙа яулайҙар.
Студент һәр ҡайҙа ла студент инде. Белем эстәгәндә ашҡаҙанды ла уйларға кәрәк. Аш-һыу бүлмәһенән килгән тәмле еҫ үҙенә әйҙәп тора. Учалы ҡыҙы Эльза Хажиеваны бәрәмәстәр ҡыҙҙырға­н сағына тап иттек.
– Бәләкәйҙән бешеренергә яратам. Бүлмәлә өс ҡыҙ йәшәһәк тә, аш-һыуҙы үҙем теләп мин йышы­раҡ әҙерләйем. Ҡыҙҙарҙы былау, ҡыҫтыбыйҙар менән һыйлайым, – ти ул.

Гитара – йәшлек
юлдашы

Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!Йәшлекте – гармунһыҙ, студентты гитараһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Гитара ҡылдарын оҫта сирткән егеттәрҙе һәр ятаҡта ла ихтирам итәләр, көтөп алынған ҡунаҡ булараҡ, уларға урынды ла гел түрҙән бирәләр. Беҙ килгән ятаҡта иһә ундайҙар бер нисәү булып сыҡты, араларында гитарала уйнаған ҡыҙ­ҙар, гармунсы егеттәр ҙә осраны. Шуларҙың береһе – Белорет районы егете Надир Ғәлиуллин юридик факультеттың һуңғы курсында уҡый. Гармунда ла атаһы кеүек оҫта өҙҙөрә. Әбйәлил районынан I курс студенты Замир Фазылйәнов иһә өлкән ағайҙары­нан гитарала уйнау серҙәренә төшөнә.
Фотостудияға
рәхим ит!


Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!Бөгөнгө студентҡа ғилем алыу һәм йәшәү өсөн шарттар булдырыу ғына аҙ, уның ижади һәләттәрен үҫтереү, асыу зарур. Сибай институтында был юҫыҡта ла эш уңышлы алып барыла. Мәҫәлән, III курс студенты Әлфиә Абдрахманова ятаҡтың бишенсе ҡатындағы буш торған бер бүлмәне үҙ иҫәбенә ремонтлап, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырып, фотостудия асып ебәргән. Һәм бар яҡлап отҡан да.
– Фото төшөрөү менән электән мауығам. Бигерәк тә тәбиғәтте һынландырырға яратам. Кешенең кисерештәрен һүрәттә “тереләй” бирергә тырышам. Яҡшы фотоаппаратым бар, фотоны эшләү өсөн дә шарттар булдырылған. Бының өсөн институт етәкселегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм, – ти Әлфиә.
Бөгөндән үк оло тормошҡа ныҡлы аҙымдар менән һуҡмаҡ һала башлаған ҡыҙға уңыштар теләргә генә ҡала.

Ҡайһыһы – Әлиә,
ҡайһыһы – Зәлиә?


Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!Бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған һылыу, уңған, алсаҡ Дилүзә менән Филүзә Ефимова­ларҙы күргән һәр кем һоҡланыуын йәшермәҫ. Етмәһә, ҡыҙҙар матур итеп башҡортса һөйләшә. Аталары – Сергей, әсәләре – Сәлиха. Ҡатнаш ғаиләлә тыуып үҫһәләр ҙә, башҡорт һәм урыҫ телдәрендә берҙәй иркен аралашалар. Әсә телен яҡшыраҡ өйрәнеү маҡса­тында игеҙәктәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға ингән. Уларҙың һеңлеһе Виктория ла башҡортса уҡый, һөйләшә.
Бишенсе курста белем алған Филүзә менән Дилүзә лә игеҙәк булыуҙары менән бик бәхетле. “Бер-беребеҙгә – әхирәт, серҙәш­беҙ. Башҡа ҡыҙҙар менән ныҡлап дуҫлашып та китә алмайбыҙ, нисектер хыянат булыр кеүек”, – тиҙәр.
Йөҙ-ҡиәфәттәре менән оҡшаш булһалар ҙа, холоҡ-фиғелдәре төрлөсә. Күп шөғөлдәре лә тап килмәй. Мәҫәлән, Филүзә киләсәктә үҙен журналистика өлкәһендә һынап ҡарарға уйлаһа, Дилүзәгә уҡыусылар менән эшләү оҡшай.
Тирә-яҡтағыларҙың иғтибарын әллә ни йәлеп итмәҫ өсөн игеҙәк­тәр бер төрлө кейенергә тырышмай. Шулай ҙа бер-береһе өсөн имтиханға барған, шиғыр ятлаған саҡтары ла юҡ түгел икән.
Беренсе курста уҡып йөрөгән Әлиә менән Зәлиә Сәлиховалар, киреһенсә, бер төрлө кейенергә ярата. Әлиә 10 минутҡа алдараҡ тыуған, шуға күрә үҙен апай һанай. Әммә Зәлиә, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, лидер. Әлиә атаһына оҡшап тыныс холоҡло, ә Зәлиә – торғаны ут.
Бейеү – игеҙәктәрҙең уртаҡ шөғөлө. Мәктәп йылдарынан алып түңәрәктә шөғөлләнеп, әле инсти­туттың “Сармат” бейеү ансамбленә йөрөйҙәр. Зәлиә шиғыр яҙырға ла оҫта.
Әйткәндәй, береһенең саҡ ҡына булһа ла ауырығанын икенсеһе шунда уҡ һиҙә икән. Күңел ки­сере­ш­тәре, уйҙары ла тап килә Зәлиә менән Әлиәнең. Ошондай һоҡлан­ғыс игеҙәк-илгәҙәктәр йәмләй Сибай институтын.

Танауығыҙға
“сирттеме” Элина?


Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!Белем усағында “Позитив” исем­ле телевидение уңышлы эш­ләп килә. Бында шөғөлләнеү­селәр остаздары Рәүилә Хәсәнова ярҙа­мында төрлө сюжеттар төшөрөр­гә, экранда үҙеңде тотоу, тексты дөрөҫ уҡыу, кешеләр менән аралашыу, монтаж эшләү нескәлектәрен өйрәнә.
Математика факультетының өсөн­сө курс студенты Элина Әх­мәтшина ла – ошо түңәрәк ағзаһы. Оҫта ҡыҙ фото ла төшөрә, корреспондент булараҡ сюжеттар ҙа әҙер­ләй, тексты ла үҙе яҙып, эфир­ға сыға. Унан тыш, телдәрҙе яҡшы белгән, “бишле”гә генә өлгәшкән Элина институтта үткә­релгән һәр сарала әүҙем ҡатнаша.
“Горняк”тың
иң көслө уйынсыһы


Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!Сер түгел, бала саҡта күпселек малайҙар хоккейсы булырға хыяллана. Ә ул тормошҡа ашһын өсөн ябай теләктән тыш күпме көс, түҙемлек кәрәк. Рәфил Усманов­тың иһә боҙҙа уйнау өсөн теләге лә, сәме лә, дәрте лә етерлек, иң мөһиме – йылдар буйы туплаған тәжрибәһе бар. Ул тыуып үҫкән Әлмөхәмәт ауылында сәкән һуҡмаған кеше бик һирәк, боҙҙа шыумаған бала юҡтыр. Тренер Шафиҡ Хәмитов та тырыш егетте тиҙ шәйләй, үҙе етәкләгән “Аҡбуҙат” командаһына саҡыра. Ауыл хоккейсыларынан төҙөлгән ко­ман­даның исеме йәшен тиҙлегендә район, рес­публикаға тарала, ярыш­тарҙа әлмөхәмәттәр алдынғылар рәтенә сыға.
Мәктәпте тамамлаған Рәфилгә һөнәр һайлау хаҡында оҙаҡ уйланырға тура килмәй. Яҙмышын спорт, бигерәк тә хоккей менән бәйләргә уйлаған егет документтарын Сибай институтының физик культура һәм спорт бүлегенә тапшыра. Бөгөн ул – дүртенсе курс студенты, Си­байҙың “Горняк” командаһындағы йәш һәм иң көслө уйынсыларҙың береһе. “Иң шәп һөжүм итеүсе” исеменә лайыҡ, “Алтын шайба” республика турнирында ҡатнашып, диплом, кубоктар ҙа яулаған.
Киләсәктә Рәфил йәш хоккейсылар тәрбиәләп үҫтерер әле. Егеткә тырышып уҡырға һәм боҙ майҙансығында яңы еңеүҙәр яуларға насип булһын.

“Еңмештәр”гә ҡыҙҙар кәрәкмәй!

Дәртлеләр, сәмлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!Сибай институтының технология факультеты студенттарынан төҙөлгән “Ең­меш­тәр” командаһы хаҡында күптәр хәбәрҙар. Яңыраҡ улар, Башҡорт асыҡ КВН лига­һының өсөнсө уйын миҙгеле фес­тивалендә матур сығыш яһап, I урын алып ҡайтты. Өҫтәүенә ошо уҡ команданан Илнур Абдул­ғафаров “Иң яҡшы ир-егет роле” номи­нацияһында еңеүсе тип танылды.
Башҡаларҙан айырмалы рә­үештә, “Еңмештәр”ҙә тик егеттәр генә. “Ни өсөн ҡыҙҙарҙы ла ҡатнаштырмайһығыҙ?” тигән һо­рауға: “Улар менән еңеп булмай”, – тип уйынлы-ысынлы яуап бирҙеләр. Күрәһең, был егеттәр диңгеҙселәрҙең ырымдарын үҙ итә, уларҙа ла бит карапта ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш түгел тигән инаныу йәшәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, команда ағзаларының барыһы менән дә танышып булманы. Практика үтеү сәбәпле, күптәре тыуған яҡтарына ҡайтҡан ине. Шулай ҙа Руслан Йәркәев, Инсаф Ғилманов, Илнур Абдулғафаров менән йылы аралашып өлгөрҙөк.
Командаға юморҙы яҡшы аңлаған, үҙен сәхнәлә тота белгән, башҡортса һөйләшкән, бер ҡасан да юғалып ҡалмаған дәртле һәм сағыу егеттәр генә алынған. Һайлап алыусылары кем ти­һегеҙме? Үҙҙәре!
Беренсе курс студенттары араһынан “үҙҙәренә кәрәк” егет­тәрҙе күҙләп йөрөйҙәр икән. Һүҙгә әүәҫтәргә тиҙ генә “ҡармаҡ” һалалар, мәҙәк донъяһына саҡы­рып алалар. Ә бер килеп ҡаптың­мы, “Еңмештәр”ҙән ҡасып ҡото­лор­мон тимә. Шулай ҙа егет­тәрҙең төп маҡсаты – тамаша­сыларға тик ыңғай юмор күрһәтеү. Шуға күрә улар башҡорт юморын үҙ иткәндәрҙең зауығына тап килгән сығыштар өҫтөндә тир түгә. Үҙҙәре әйтмешләй, институт етәкселеге сәхнә кейеме менән, матди яҡтан да ярҙам итеп торһа, “Еңмештәр” киләһе йылда ла дан ҡаҙаныр әле. Тормошта ла еңеү өсөн еңмешлек кәрәк бит.

Тупланманы Кәримә Усманова әҙерләне



Вернуться назад