Яу яланын хәтерләтә15.11.2014
Иртәгә донъя йәмәғәтселеге Юл һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн билдәләй. 2005 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы ҡабул иткән резолюция буйынса, ул ғүмере өҙөлгән кешеләрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыуға һәм башҡаларҙы иҫкәртеүгә, йәмәғәтселектең иғтибарын юл һәләкәте проблемаһына йәлеп итеүгә йүнәлтелә.


Рәсәйҙә юл хәрәкәте проблемаһы ни тиклем киҫкен икәнлеген аңлатырға кәрәкмәй – үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ. Илебеҙ юлдарында меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлә йә иһә һаулығына зыян килә. Юл-транспорт ваҡиғаларының аяныслы күрһәткестәре буйынса илебеҙ – тәүгеләр рәтендә. Йыл да 200 мең самаһы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, 27 меңләп кеше һәләк була, 250 меңләгәне төрлө тән йәрәхәте ала. Башҡорт­останға килгәндә, ун айҙа 3965 юл-транспорт ваҡиғаһында 590 кеше үлгән, 5009-ы яраланған.
Юл фажиғәләре күплегенең сәбәбе нимәлә: насар юлдар, сифатһыҙ автомобилдәрме, әллә водитель менән йәйәүлеләрҙең ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауымы? Был һорауға яуапты закон сығарған депутаттар, йәмәғәтселек вәкилдәре лә эҙләй, әммә ҡәҙимге водителдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проблема менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай кеүек. Әллә улар ҡағиҙә-ҡанундарҙы белмәй, әллә башҡаларҙың ғына түгел, үҙ ғүмеренә ҡарата ла битараф... Нисек кенә булмаһын, көндәлек яңылыҡтарҙы ишетеп, сәстәр үрә торорлоҡ: Рәсәй юлдары яу яланын хәтерләтә, ҡорбандар һаны тиҫтәләп түгел, меңәрләп иҫәпләнә. Ә донъяла йыл һайын 1,3 миллионға яҡын кешенең ғүмере тап юл-транспорт ваҡиғаһында өҙөлә, 50 миллион самаһы кеше төрлө тән йәрәхәте ала һәм ғүмерлеккә инвалид булып ҡала.
Ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә юл ҡорбандарын иҫкә алыу акциялары ойошторола. Юл-транспорт ваҡиға­ларының 80 проценты водителдәрҙең ғәйебе менән булыуы билдәле. Эйе, әгәр ҙә улар рулгә эскән килеш ултырмаһа, тиҙлеген арттырмаһа, уйламайынса, алдағы автомобилде уҙырға тырышмаһа, ҡорбандар ҙа улай күп булмаҫ ине...
Рәсәйҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса федераль маҡсатлы программа эшләй. Әммә халыҡтың мәҙәнилеге һәм проблеманы аңлау кимәле үҙгәрмәйенсә тороп, иң камил йүнәлешле документтар ҙа, ҡаты закондар ҙа, халыҡ-ара ыңғай тәжрибәне үҙләштереү ҙә ярҙам итмәйәсәк. Әйткәндәй, иҫкә алыу көнөн республикала ла билдәләйәсәктәр, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡала һәм район автомәктәптәре вәкилдәре менән берлектә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропа­гандалаясаҡ.


Вернуться назад