Автокресло хаҡында һүҙемде шунан башлар инем — бөгөн балалар өсөн махсус урын менән йыһазландырылмаған “тимер ат” хужаһына 3000 һум күләмендә штраф ҡаралған. Тик депутаттар был талапты тағы ла ҡатыландырыу яғында – әле Дәүләт Думаһында сабыйҙарына битараф водителдәрҙең таныҡлығын тартып алыу тураһында фекер алышыу бара.
Сентябрь башында Әбйәлил районында ҡот осҡос фажиғә теркәлде — 31 йәшлек ҡатын сит ил автомобилендә, ҡаршы һыҙатҡа сығып, “ГАЗель” йөк машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә ҡатын да, уның 7 һәм 11 йәшлек ике ҡыҙы ла авария урынында һәләк була. Тикшереүҙәр шуны асыҡланы: балалар автокреслола ултырмаған.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, махсус ҡоролма юл-транспорт ваҡиғаһында балалар араһында үлем осрағын — 54, имгәнеүҙе — 76, ауыр тән йәрәхәттәре алыуҙы 92 процентҡа кәметә. Ғөмүмән, автокреслоларға ҡағылышлы төрлө фекер ишетергә тура килә.
Владимир, 37 йәш, рулдә — 20 йыл:
— Ике бала үҫтерәм. Дуҫтарым, бала табыу йортонан сыҡҡанда уҡ, икеһенә лә автокресло бүләк итте. Иң ғәзиз кешеләребеҙҙең ғүмере – үҙебеҙҙең ҡулда.
Сергей Петрович та — тәжрибәле водитель: хәстәрлекле олатай:
— Уйламағанда ейәнсәремде төрлө ергә алып барырға тура килә. Шуға күрә үҙ машинам өсөн автокресло һатып алдым. Күңел дә тыныс, балаға ла хәүеф янамай.
Был осраҡта белгестәрҙең фекере лә мөһим. Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаһы мөдире Ирек Шәриповҡа һорау бирҙек:
— Ирек Вәли улы, нисек уйлайһығыҙ, баланы автокреслоға бәйләп ултыртыу кәрәкме? Ниндәй осор айырыуса хәүефле һанала?
— Ысынлап та, бөгөн был мәсьәлә – күптәр өсөн көнүҙәк. Беренсенән, бала махсус урында ултыра икән, ул водителгә ҡамасауламай, уның иғтибарын ситкә йүнәлтмәй. Был йәһәттән әллә күпме миҫал килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына дауаханаға бер малайҙы килтерҙеләр. Әсәй кеше, балаһын артҡы ултырғысҡа ултыртып, үҙе рулгә идара итә. Малай илай башлай, әсәһенә үрелә. Билдәле, ҡатын балаһын йыуатырға теләп, уяулығын юғалта һәм һөҙөмтәлә бордюрға барып менә. Бала башы менән бәрелә. Икенсенән, теләһә ниндәй бәрелеш мәлендә лә махсус ҡорамал балағыҙҙы имгәнеүҙән һаҡлап ҡаласаҡ. Юл-транспорт ваҡиғалары башлыса йәй, көҙ айҙарында күп теркәлә. Ни өсөн тиһегеҙме, сөнки ҡоро, йылы һауа шарттарында водителдәр тиҙлекте арттыра, һөҙөмтәлә күрһәткестәр ҙә, авария эҙемтәләре лә аяныслыраҡ була.
Статистика мәғлүмәттәре уйландыра. Йыл башынан республика юлдарында балалар ҡатнашлығында 306 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 16 баланың ғүмере өҙөлгән...
Д. ЗЫЯҠАЕВ,
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
идаралығының өлкән дәүләт инспекторы.