Уңайлы мәл тыуҙы15.11.2014
“Округта (Волга буйы федераль округы – М.Ф.) яҡшы билдәле танытмалар (бренд) аҙ түгел, мәҫәлән, Түбәнге Новгород, Яр Саллы һәм Тольятти автомобилдәре, Ульяновск – самолеттары, Татарстан һәм Башҡортостан вертолеттары менән дан тота”, — тип яҙа “Известия” гәзите “Вместе – сильнее” тигән мәҡәләһендә.


Барҙы һаҡларға!

Ысынлап та, “Рәсәй вертолеттары” холдингына ҡараған Күмертау авиация етештереү предприятиеһының (КүмАЕП) киләсәге яҡты тоҫмаллана.
Күптән түгел Күмертауҙа компанияның генераль директоры Александр Михеев булып китте. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыуҙа ул предприятиела яңы быуын вертолеттары эшләп сығарыуҙы яйға һалыу тураһындағы пландары менән уртаҡлашты.
2007 йылда ойошторолған холдинг биш вертолет етештереү заводын, ике конструкторлыҡ бюроһын берләштерә. Былтыр компания, 275 вертолет эшләп сығарып, килемен 138,3 миллиард һумға еткергән. Был, 2012 йыл менән сағыштырғанда, 10 процентҡа күберәк. Әйткәндәй, быйыл май урталарында КүмАЕП-та генераль директор урынбаҫары Андрей Шибитов етәкселегендәге делегация булып, энергияны һаҡсыл тотоноу саралары буйынса документтар әҙерләү менән шөғөлләнде. Ҡаланы барлыҡҡа килтергән “Башкируголь” берекмәһе йәшәүҙән туҡтағандан һуң был эстафетаны вертолетсылар дауам итмәксе. Хәҙер КүмАЕП-та 3,7 мең кеше эшләй.

Юғалтҡанды тергеҙергә...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тип дауам итә “Известия”, иҫтә ҡалырҙай маркалы өҫ һәм аяҡ кейемдәре, йорт тауарҙары юҡ.
Эйе, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙең юғары даирәләре “баҙар иҡтисады әлифбаһы”н тиҙләтеп индергәндә, еңел сәнәғәт предприятиелары, арзан сит ил тауарҙары менән конкуренцияны күтәрә алмай, бер-бер артлы ишектәрен ябырға мәжбүр ителгәйне. Әммә барыһы ла түгел, мәҫәлән, Ишембайҙағы “Почет Билдәһе” орденлы трикотаж әйберҙәр, ойоҡ-ойоҡбаш фабрикалары, баҙар шарттарына яраҡлашып, продукция эшләп сығарыуҙы әле лә дауам итә.
Ә бына Өфөлә Октябрь проспектының башында урынлашҡан бөтөн Союзға билдәле “Мир” тегеү берекмәһенең ҡеүәте, моғайын, капиталистарҙы ла көнләштерерлек булғандыр. Сөнки ул кейем-һалым менән Башҡортостан халҡын ғына түгел, башҡа республикалар һәм өлкәләрҙе лә тәьмин итте. Хәҙер элекке “Мир”ҙан туҡталыш исеме генә тороп ҡалды, ә бинаһында төрлө сауҙа һәм күңел асыу учреждениелары “аҡса һуға”. Баш ҡалалағы 8 Март исемендәге тегеү, Стәрлетамаҡ тире иләү һәм аяҡ кейемдәре, Салауат тегеү фабрикалары ла тарихҡа китте. Заманында улар халыҡты эш менән генә тәьмин итеп ҡалманы, көнкүреш ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерҙе, ҡаҙнаға һалым да түләне. Ысынлап та, булғандың ҡәҙере юҡ.

...Һәм һуңға ҡалмаҫҡа!

Урыҫтың, бәхет булмаҫ ине лә, бәхетһеҙлек ярҙам итмәһә, тигән әйтеменә ярашлы, Украиналағы ваҡиғаларға ҡарата Рәсәй юғары властарының мөнәсәбәтенә бәйле санкциялар элекке Советтар Союзының ҡеүәтен тергеҙеү хаҡында уйланырға мәжбүр итә.
Уйланырға ғына түгел, кисекмәҫтән ҡайһы бер проекттарҙы ғәмәлгә ашыра башларға ла ваҡыт. Дәүләттең мөһим һәм тиҙ файҙа килтерергә һәләтле производстволар өсөн аҡса бирергә әҙерлеге хаҡында ла властың юғары ҡаттарында хәбәр йышыраҡ ишетелә. “Известия”ла телгә алынған мәҡәләлә Һарытау өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Павел Большедановтың еңел сәнәғәтте тергеҙеүгә тотонорға бөгөндән әҙерлеге хаҡында ла әйтелә. Тимәк, был етеҙлек һәм өлгөрлөк талап иткән эшмәкәрлектә һуңға ҡалырға ярамай.



Вернуться назад