Ҡулаҡса отошһоҙ15.11.2014
Өфөләге Муниципаль электр транспорты идаралығы электрон пластик карталар буйынса юл йөрөүҙең отошло тарифын ғәмәлгә индерҙе.


Тиҙҙән электр транспортында юл хаҡы 15 һумға тиклем артасаҡ. Ә плас­тик карталар буйынса хаҡ 12 һум кимәлендә һаҡланып ҡаласаҡ. Айлыҡ абонементтар буйынса 20 һәм 30 тапҡыр юл йөрөүгә 200 һәм 285 һумлыҡ тариф ҡулланыла. Тимәк, был осраҡта юл хаҡы 10 һум йәки 9 һум 50 тин тәшкил итәсәк. “Һаҡсыл” тариф иһә 540 һумға — 60, ташламалы, шулай уҡ студент һәм мәктәп карталары 285, 380 һәм 230 һумға 50 сәфәр ҡылыу мөмкинлеген бирәсәк. 90 тапҡыр юл йөрөүгә иҫәпләнгән “Әүҙем” тарифлы карта 720 һумға (юл хаҡы — 8 һум), студенттар, ташламалы категориялар­ға һәм уҡыусыларға 630, 470 һәм 375 һумға төшә. “Ультра” тарифы электр транспортында 900 һумға айына 120 тапҡыр юл йөрөү мөмкинлеген бирә.



Вернуться назад