Был кеше мәнфәғәтендә түгел15.11.2014
Беҙ, Бөрйән районының Байназар ауылы халҡы, етәкселәрҙең участка дауаханаһын ябыуы менән ҡәнәғәт түгелбеҙ.


Байназар участка дауаханаһы райондың ярты халҡын тиерлек хеҙмәтләндерә. Өс ауыл Советына ҡараған биләмә – уның ҡарамағында. Ашығыс ярҙам кәрәк булғанда район үҙәгенә ваҡытында барып етеүе бик икеле. Әгәр ҙә беҙҙәгеһен япһалар, райондағы 16 мең ярымдан ашыу кешенең һаулығын хәстәрләү Иҫке Собханғолдағы берҙән-бер дауахана иңенә төшәсәк. Ә иң төпкөлдәгеләренең район үҙәгенән алыҫ урынлашыуын, мәҫәлән, Ҡолғана, Кордон, Килдеғол ауылдарының 60-70 саҡрым алыҫлыҡта ятыуын, ҡыштың буранлы, яҙлы-көҙлө өҙәрем юлдың үткеһеҙ булыуын иҫәпкә алһаҡ, был ҡулайлаштырыуҙың бик ҡиммәткә төшөрө, ауыл халҡының ваҡытында медицина ярҙамын ала алмай ҡырылыры көн кеүек асыҡ.
Хөрмәтле “Башҡортостан”! Райондың ярты халҡын тиерлек хеҙмәтләндергән Байназар участка дауаханаһын тарҡатмай һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Байназар, Яуымбай, Мораҙым, Ҡолғана, Нәби
һәм башҡа ауылдарҙың халҡы исеменән
Нәсимә НАУРЫЗБАЕВА, Әлитә ФӘХРЕТДИНОВА.




Вернуться назад