“Башҡортостан”ды — тыуған төйәккә!15.11.2014
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: “Башҡортостан” — минең өсөн иң ҡәҙерле гәзит!” — тигән. Әлбиттә, халҡыбыҙҙың йөҙөн, тормошон, рухиәтен сағылдырған баҫмабыҙ хаҡында әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы тиктомалдан ғына әйтмәгән был һүҙҙәрҙе. Йөрәгендә халҡына ҡарата һөйөү тойғоһо, ата-бабаларҙың рухына тоғролоҡ йөрөткән кеше, бигерәк тә уның зыялылары милли баҫмаларҙан айырылмай.

Былтыр филология фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы Зиннур Нурғәлин үҙе тыуып үҫкән Әбйәлил районындағы мәсеттәргә биш дана “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырғайны. Быйыл иһә ошондай изге башланғыс менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев сығыш яһаны.
Хөрмәтле дуҫтар, башҡорт донъяһының арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙары! Барыбыҙға ла мәғлүм: төрлө сәбәптәр арҡаһында матбуғатҡа яҙылыу һүлпән бара. Әгәр халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтан өлгө алып, арҙаҡлы шәхестәребеҙ яҡташтарына, мәктәптәргә, китапханаларға, клубтарға, туған-тыумасаһына “Башҡортостан” гәзитен бүләк итһә, был ике яҡ өсөн дә ҡыуаныслы хәл булыр ине.
Халҡыбыҙ зыялылары, йәштәргә өлгө күрһәтеп, ошо матур башланғысты хуплар, изге хәрәкәткә ҡушылып, милли матбуғатыбыҙҙы, тимәк, башҡорт телен һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индерер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Ғөмүмән, һәр кем дәүләтте бар иткән, халыҡты һаҡлаған рухи хазинанан үҙен дә, яҡындарын да мәхрүм итмәһен ине. Гәзитебеҙ һәр берегеҙҙең дуҫы, терәге булырға әҙер. Бергәләп ижад итәйек “Башҡортостан”ды!



Вернуться назад