Матурҙар, бәхетлеләр15.11.2014
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Сабыйын тәү тапҡыр күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнән дә бәхетлерәк, бала һөйөүенә төрөлөп йәшәгән атанан да ғорурыраҡ кеше, шат ауаздарға күмелгән йорттан да яҡтыраҡ мөхит бармы икән донъяла? Кисә Башҡортостан Республикаһы йортонда ла тап ана шундайҙарҙы тәбрикләнеләр — күп бала тәрбиәләгән 68 ҡатынға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙылар.


Әсәйҙәрҙең бәхетен Хөкүмәт Премьер-министры урын­баҫары Салауат Сәғитов уртаҡлашты. Салауат Тәлғәт улы, гүзәл заттарҙы ҙур тантана менән тәбрикләп, респуб­лика­быҙҙа әсәләрҙе ҡәҙер итеү, уларҙың тормошон еңеләйтергә тырышыу Башҡортостан етәкселегенең төп сәйәси йүнә­лештәренең береһе булыуын билдәләне, төбәктә тормошҡа ашырылған программалар хаҡында һөйләне, күп балалы ғаиләләргә күрһәтелгән ярҙам хаҡында әйтеп үтте.
— Бала тәрбиәләү — ауыр һәм яуаплы хеҙмәт. Һәр берегеҙ ғәзиз сабыйығыҙ аҡыллы, лайыҡлы кеше булып үҫһен өсөн көсөгөҙҙө йәлләмәй, улар күңеленә бары изгелек орлоҡтары сәсергә тырышаһығыҙ. Шуға ла беҙ һеҙҙе яҡларға һәм ҡурсаларға бурыслы, — тине ул.
Бүләкләнеүселәр араһында Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан килгән Нәсиә Абдуллина ла бар ине.
— Үҙебеҙ күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме, йортобоҙҙа сабый тауышы тынмауын теләнек. Наҙгөл, Искәндәр, Ынйы, Зилиә, Дилә — өйөбөҙ йәме, тормошобоҙ мәғәнәһе. Хөкүмә­тебеҙгә рәхмәт, ярҙамынан өҙмәй. Һыуға, электр утына, газға ташлама менән файҙаланабыҙ, байрамдарҙа ла бүләкһеҙ ҡалдырмайҙар. Оло ҡыҙыбыҙ — студент. Ул да социаль стипендия алып уҡый, — тине бәхетле әсә.
Ә Юлиә Мусина — Сибайҙан. Йөҙөнән йәшәү дәрте, нур бөркөлөп торған был мөләйем ҡатынды биш бала әсәһе тип әйтмәҫһең дә!
— Бәғзеләр ҡала шарттарында күп бала тәрбиәләү ауыр тип иҫәпләй. Бер айырмаһын да күрмәйем. Иң мөһиме – сабыйҙарым ауырымаһын, иҫән-һау булһын. Туғандар күп булһа, күңеллерәк тә, еңелерәк тә бит ул, — ти Юлиә.
Тантана бәхетле әсәйҙәрҙең йылы һүҙҙәре, изге теләктәре солғанышында үтте. Сара һуңында улар бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштө.



Вернуться назад