Шағир, драматург, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Вил Ғүмәровҡа (1949 – 1994) быйыл 65 йәш тулған булыр ине.
Яңыраҡ Учалы районының Миндәк ауылындағы 6-сы урта мәктәптә әҙип хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Ошо айҡанлы хәтер кисәһендә уҡыусылар, уҡытыусылар алдында Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әҡлимә Сафина, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, әҙиптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З. Аксенова, Учалы районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге вәкиле Зилә Шәрәфетдинова, класташтары, туғандары, яҙыусылар Әмир Әминев, Хисмәт Юлдашев, Мөнир Иҡсанов иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, арабыҙҙан иртә киткән шағирҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән эшлекле тәҡдимдәрен еткерҙе. Сара мәктәп уҡыусыларының әҙип шиғырҙарын яттан һөйләүе, бейеү, йыр менән аралашып барҙы.