Икмәкле иткән дә, йырлы иткән дә — улар15.11.2014
Икмәкле иткән дә, йырлы иткән дә — улар
Ауыл халҡының календарҙа яҙылмаған ике байрамы бар. Береһе — яҙғы сәсеү эштәренән һуң бергә йыйылышып һабантуй үткәреү. Икенсеһе инде, урып йыйыу эштәре тамамланып, һөҙөмтәләрҙе барлаған саҡ. Ер ҡәҙерен белгәндәргә ҡәҙер әҙер, тигән әйтем бик дөрөҫ. Беҙҙә өҫтәлдәребеҙҙе ризыҡлы иткән игенсе менән малсыны ла, етештереү тармағында эшләүсене лә хөрмәт итә беләләр.


– Һис шикһеҙ беҙ көндәлек тормошта героик хеҙмәт күрһәткәндәрҙе билдәләргә тейеш. Ауыл хужалығында эш ҡатмарлы, ауыр. Беҙҙең республика көслө, шул йәһәттән аграр өлкәлә лә. Алға алған маҡсаттарға теләһә ниндәй шарттарҙа ла өлгәшә аласаҡбыҙ, — тине Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов тырыштарға дәүләт наградалары тапшырыр алдынан.
Беҙҙә лайыҡлы уңғандар бик күп. Бөгөн “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгәндәр ҙә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булғандар ҙа байтаҡ булды. Араларында һауынсы, механизаторҙар, ҡошсо, шәхси эшҡыуарҙар, хужалыҡ етәкселәре лә етерлек. Ғөмүмән, аграр өлкәнең ниндәй тармағы бар, һәр ҡайһыһынан билдәләнделәр.
– Мин бәләкәйҙән һауынсы булып эшләгән әсәйемә ярҙам итеп үҫтем. Үҙаллы тормош юлына баҫҡас, шәхси хужалыҡта күпләп мал тоттом. Һуңынан инде ошо йүнәлештә үҙ эшемде астым, — ти “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған Ҡалтасы районы егете Владислав Бикмурзин. — Бөгөн беҙҙең ғаиләлә икеләтә шатлыҡ, сөнки минең әсәй ҙә ошо уҡ исемде йөрөтә...
Ауыл хужалығы министрлығының ҙур залы ла, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залы, Башҡорт дәүләт аграр университетының йәштәр һарайы ла был көндә гөрләп торҙо. Кешеләр мәж килә. Күрешеүҙәр, дуҫтарса ҡосаҡлап сәләм бирешеүҙәр, ҡотлауҙар... Ысын мәғәнәһендә оло ҡор — һөйләшеү, кәңәшләшеү, бер аҙға ғына көндәлек тормоштан арынып, ял итеүҙәр — ойошторолдо ауыл эшсәндәре өсөн. Бында дөрләгән ялҡын райондарға, хужалыҡтарға ла таралыр. Себеште көҙ һанайҙар бит. Ә беҙҙең барлар уңыштарыбыҙ ҙа, алда йырып сығыр хәстәрлектәребеҙ ҙә етерлек...


Вернуться назад