Кисә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Ҡала мөхите» X социаль реклама фестивале үтте. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан ойошторолған сара социаль рекламаның тормошто һәйбәт яҡҡа үҙгәртеүгә, киҫкен йәмғиәт проблемаларын хәл итеүгә ышанған ижади ҡарашлы йәштәрҙе йыйҙы.
Фестиваль сиктәрендә реклама һәм коммуникация өлкәһендәге Рәсәй эксперттарының оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Белгестәр социаль реклама эшләү үҙенсәлектәрен өйрәтте, рекламаның тормоштағы ролен баһаланы. Сара һуңында еңеүселәр ҙә билдәләнде, иң яҡшы эштәр дипломдарға лайыҡ булды.