Берҙәм эш – һөҙөмтәле15.11.2014
Берҙәм эш – һөҙөмтәле
Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәт йортонда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостан Республикаһы буйынса яңы Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов менән рәсми рәүештә таныштырҙы.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, федераль башҡарма власть органдарының территориаль бүлек етәкселәре, дини конфессия лидерҙары ҡатнашты.
Тәүҙә Михаил Бабич пенсия йәшенә етеү сәбәпле вазифаһынан бушатылған Башҡортостан Республикаһы буйынса элекке Баш федераль инспектор Петр Капишниковҡа округ ойошторолғандан бирле башҡарған мөһим эше, юғары һөнәри оҫталығы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Михаил Бабич әйтеүенсә, әлеге вазифаға тәғәйенлән­гән Андрей Чечеватов, тәжрибәле белгес булараҡ, үҙенең алдына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы хәл итә аласаҡ.
— Андрей Викторовичтың тәжрибәһе республиканың бөгөнгө үҫеш этабы өсөн етерлек кимәлдә файҙалы буласаҡ тип иҫәпләйем. Һайлау кампанияһы уҙҙы, яңы команда туп­ланды, төбәктең социаль-иҡтисади, сәйәси үҫеше буйынса яңы стратегик бурыстар билдәләнде. Уларҙы бергәләп тормошҡа ашырыу фарыз, — тине Михаил Бабич.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика буйынса Баш федераль инспекторға уңышлы эш теләне.

Л. ҒАФАРОВА.


* * *
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Именлек Советы Секретары Николай Патрушев һәм ил Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәргән күсмә кәңәшмәлә ҡатнашты.

Кәңәшмәлә урманды файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, Волга буйы федераль округындағы урман сәнәғәте комплексында енәйәттәрҙе бөтөрөү, шулай уҡ төбәктәр халҡын, округтағы ғәскәрҙәрҙе радиация, химик һәм биологик йәһәттән һаҡлау системаһын камиллаштырыу буйынса өҫтәмә саралар тикшерелде.
– Урманды файҙаланыу һөҙөмтәлелеге түбән булып ҡала. Рәсәйҙәге агросәнәғәт комплексы, нигеҙҙә, ағас әҙерләүгә һәм уны, тәрән эшкәртмәйенсә, сит илгә сыға­рыуға йүнәлтелә, — тине Именлек Советы Секретары. — Өлкәлә тейешле контроль булмау арҡаһында ағасты законһыҙ ҡырҡыу һәм һатыу осраҡтары бик күп. Хоҡуҡ һаҡлау органдары билдәләүенсә, урман тармағында коррупция “сәскә ата”.

* * *
Рәсәйҙең Именлек Советы Секретары Николай Патрушев һәм ил Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән берлектә Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды.

Абруйлы ҡунаҡтар заводтың етештереү цехтарын, атап әйткәндә, Рәсәй өсөн үҙенсәлекле технология буйынса ПД-14 двигателе комплекттары етештерелгән үҙәкте ҡарап сыҡты. Әле заводта техник яҡтан үҙгәртеп ҡороу программаһы тормошҡа ашырыла, заманса ҡорамалдар һатып алына, махсус ҡулайламалар, стендтар яңыртыла.

Р. ИБРАҺИМОВ.


Вернуться назад