“Кейме” кей, аяғың өшөмәҫ12.11.2014
“Кейме” кей,  аяғың өшөмәҫ
Күптәрҙең йөрәгендә “Гүзәл Өфөм, баш ҡалам...” йырының ҡайтауаз кеүек һаҡланыуы уның бар яҡтан да үҫешкән, матур бер ҡала булыуын дәлилләй. Етмәһә, тотош донъя, ил кимәлендә үткәрелгән рәсми, мәҙәни саралар “кескәй ватаныбыҙҙың” кәләш кеүек йылдан-йыл ҡупшыланыуына булышлыҡ итә. Урам-майҙандарҙа хасил булған һәйкәлдәрҙең ниндәйе генә юҡ – ер һепереүсе, ултырғыс, бал ҡорто, ә илһам һәм татыулыҡ эскәмйәһе генә ни тора?! Иң мөһиме, “тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай” хәлендә ҡалып ҡуймаҫ өсөн, ШОС һәм БРИКС саммиттарына дәррәү әҙерләнгән ваҡытта, алтаҡталарҙа, ойошма, магазин исемдәрендәге хаталарҙан арыныу һис тә яҙыҡ булмаҫ, моғайын.

Күптән түгел “Башҡортостан радиоһы” менән берлектә үткәрелгән рейд һөҙөм­тәләренән күренеүенсә, Өфө “хаталар өҫтөндә эш”те ҙур яуаплылыҡ менән атҡарып сыҡты тип әйтә алабыҙ. Йәмәғәт транс­портының “Мат­буғат йорто” туҡталышынан баш­ланған тикшереү Октябрь прос­пекты буйлап Черниковка биҫтә­һенең бер нисә урамын үҙ эсенә алды. Хаталар бөтөнләй юҡ тип әйтмәйем, бар, әммә элекке кеүек ҡурҡыныс түгел.
Улар, башлыса, “аҙыҡ-түлек” һүҙендә осрай. “Ҡ” хәрефе урынына “к”, “ү”-не “у” менән бутап яҙылған алтаҡта хужаларына киҫәтеү яһалды. Үҙ сиратында эшҡыуарҙар был етеш­һеҙлек­тәрҙе тиҙ арала бөтөрә­сәк­тәре хаҡында ышандырып ҡалды.
Шулай ҙа киң танылған, юғары сифатлы тауар ме­нән сауҙа иткән магазиндың исеме бер аҙ аптыратты. “Аяк кейме” тип яҙылған һүҙҙәр аяҡҡа мөрәжәғәт итәме, әллә һатып алыусыны ҡыҙыҡтырып торамы – төҫмөрләүе ауырыраҡ.
“Кейме” кей,  аяғың өшөмәҫОктябрь проспектында бар яҡтан да камил, башҡаларға өлгө булыр­ҙай ойошмалар ҙа осрай. Уларҙың иһә һәр яҙыуы урынлы, алтаҡтаһы ла хатаһыҙ. Төплө иғтибар, тырыш­лыҡ һалып башҡарылған хеҙмәт һоҡланғыс, мәҙәнилектең бер биҙәге тип аталырға хоҡуҡлы.
Әлбиттә, баш ҡалабыҙ урамдарын хаталарҙан бөтөнләй азат итеү йәһәтенән байтаҡ көс түгәһе бар, һәм был эштә тап һеҙ, гәзит уҡыу­сылар, ҙур ярҙам күрһәтә алаһығыҙ. Дөрөҫ яҙылмаған урам, кибет, ойошма исемдәре тураһында редак­цияға хәбәр итегеҙ. Билдәле мәҡәл­де үҙгәртеберәк “йөрөгән аяҡҡа хата эләгә” тигәндәй, Өфөбөҙҙө матурлау эшен күңел һалып баш­ҡарыуҙы дауам итәйек, дуҫтар.


Вернуться назад