Ғаилә — йәмғиәт нигеҙе01.02.2012
— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың республикала 2012 йылды Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан итеүе Башҡортостандағы социаль сәйәсәттең төп өҫтөнлөктәренең береһе ғаилә булып ҡалыуын раҫлай, — тине республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Ошо өлкәгә ҡағылған мәсьәләләр буйынса етди закондар базаһы булдырылған. Төбәктәр араһында тәүгеләрҙән булып беҙҙә “Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында”ғы Закон ҡабул ителде. “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”, “Бала алыусы ата-әсәнең хеҙмәтенә түләү һәм бала алыусы ғаиләгә күрһәтелгән социаль ярҙам саралары тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиә тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында балаға ай һайын түләнә торған пособие тураһында”ғы закондар һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттары эшләй.
Республика парламенты етәксеһе әйтеүенсә, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда яҡшыраҡ демографик хәл ошондай сәйәсәт һөҙөмтәһе булып тора. 2000 йылдан башлап тыуым арта, 2010 йылда республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 69,7 йәшкә етте.
М. ӘМИНЕВА.