Үҙ һаулығыңды үҙең хәстәрлә12.11.2014
Шәкәр диабеты – кешенең шәхси бәләһе генә түгел, тотош халыҡ өсөн мөһим һәм иғтибар йәлеп иткән күренеш. Ни өсөн? Беренсенән, был сирҙе алдан киҫәтеү мөмкинлеге бар. Икенсенән, диагноз ҡуйылған хәлдә лә, тейешле күҙәтеү аҫтында дауаланып, ауырыуға тулы тормош кисерергә була.


Шәкәр диабетының беренсе төрө инсулин гормонын эшләп сығарған күҙәнәктәрҙең юҡҡа сығыуына, йәғни аутоиммун процесҡа бәйле. Был күберәк йәш кешеләрҙә осрай. Организм үҙ күҙәнәктәрен ят күреп, уларға ҡаршы көрәш башлай. Сәбәпсе һаналған йоғошло сирҙәрҙән, токсиндар тәьҫиренән һаҡланыу, таҙа тәбиғи аҙыҡ менән туҡланыу әһәмиәтле.
Шәкәр диабеты нәҫел буйынса ла тарала, әммә гел түгел. Ғалимдар ошоға ярашлы тикшереү үткәреп, шундай һығымтаға килгән: яңы тыуған балаға тәүге алты аҙна эсендә үк һыйыр һөтө эсереү уны беренсе төрҙәге шәкәр ауырыуына дусар иткән. Һөттө һуңғараҡ бирһәләр, ул сирләмәҫ ине.
Ауырыуҙың икенсе төрө йыш ҡына оло йәштәгеләрҙә күҙәтелә, шулай уҡ нәҫел аша күсергә мөмкин. Тейешенсә хәрәкәтләнеп, кәүҙә ауырлығын, шәрбәт-майҙы ҡулланыуҙы контролдә тотоп йәшәгәндә аяныслы бәләнән ҡотолоп була, сөнки инсулин эшләп сығарған күҙәнәктәр аҙая, өҫтәүенә организмдың башҡа күҙәнәктәре лә был гормонды “һиҙмәй” башлай.
Шәкәр диабеты диагнозы ҡуйылғандарға хөкүмәт мөмкин тиклем ярҙам итә, махсус дарыуҙарҙы бушҡа бирә. Әммә дарыуға ғына ышанырға ярамай, сәләмәт тормош алып барыу зарур.
Сирҙең икенсе төрөн барлыҡҡа килтермәү өсөн ҡан баҫымын даими үлсәп тороғоҙ, ул 130/80-дән юғары булмаҫ­ҡа тейеш. Ҡандағы холестерин кимәле лә ныҡ артмаһын. Холес­теринды дарыу ашап ҡына кәметеү мөмкин түгел, хәрәкәт­лә­нер­гә лә кәрәк. Гликогемоглобин да норманан тайпылмаһын. Уны дауаханала тикшертеп була.

Марат ХӘЙҘӘРОВ,
табип.



Вернуться назад