Күңел күҙе күрмәһә...12.11.2014
Күңел күҙе күрмәһә...
Раушания 18 йәшендә тома һуҡыр ҡала. Йәшлегенең сәскәләй сағында ҡараңғылыҡҡа сорналған ҡыҙҙың уй-кисерештәрен һөйләп кенә аңлатыуы ауыр. Бер нисә секунд эсендә донъя­ны — ҡояштың алһыулығын, тәбиғәттең сихри гүзәллеген генә түгел, хатта көҙгө аша үҙеңдең йөҙөңдө лә күреүҙән мәхрүм бул әле... Ҡот осҡос юл-транспорт фажиғәһе тормошон яңынан башларға мәжбүр итә. Әлбиттә, еңел булмай. Йоҡоһоҙ төндәр, күңел төшөнкөлөгө, билдәһеҙлек... Үҙ-үҙенә ҡул һалыу теләге лә йыш уяна. Бәхеткә, ҡыҙ һынмай. Раушания ҡараңғылыҡта йәшәргә өйрәнә...


Үкенескә ҡаршы, бындай инва­лид­тарҙың һаны бер ҙә кәмемәй, кире­һен­сә, йылдан-йыл арта. Теләһә ниндәй физик етешһеҙлек һәр ҡай­һыбыҙ өсөн оло ҡайғы, ә тома һуҡыр булып ултырыу икеләтә, өсләтә ҡы­йын. Бер нисә секундҡа күҙеңде йомһаң, йә булмаһа ҡараңғы бүлмәгә барып керһәң, ҡурҡышыңдан йөрәк дарҫлап тибә башлай. Ә бит кемдер ғүмер буйы шулай йәшәргә мәжбүр.
Әйткәндәй, күреү һәләтенән мәх­рүм булғандар үҙҙәрен йәлләгәнде яратмай. Киреһенсә, сәмләнеп эш­ләй, дәртләнеп донъяһын көтә, һәр көн­дөң ҡәҙерен белеп йәшәй. Тик улар­ға тулы тормош алып барыу өсөн уңайлы шарттар ғына тыу­ҙы­рырға кәрәк. Ә беҙҙә улар бармы?
Һуҡырҙарҙың төп проблемаһы — эш табыу. Һис һүҙһеҙ, эш урыны бирер алдынан уларға махсус ҡорамалдар булдырырға, станоктар араһында йөрөргә өйрәтергә кәрәк. Был, әлбиттә, үҙ сиратында өҫтәмә сығымдар талап итә, әммә инва­лидтарҙың теләге, уларҙың былай ҙа яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған күңеле күпкә өҫтөнөрәк түгелме ни?
Бөгөн Рәсәй һуҡырҙар йәмғиә­тенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһында иҫәптә торған (ә уларҙың һаны — 6094) инвалид­тарҙың 260-ы дәүләт предприятие һәм ойошмаларында, 200-ҙән ашыуы массажсы һөнәре буйынса медицина учреждениеларында, 100-гә яҡыны шәхси хеҙмәт тармағында эшләй. Махсус урта һәм юғары уҡыу йорттарында 50-нән ашыу студент белем ала. Ә ҡалғандары ҡайҙа? Ҡәҙерле балаларының ҡарауы аҫтындамы, төшөнкөлөккә бирелеп өйҙә ятамы, йөрәк әрнеүен баҫырға теләп, “йәшел йылан” менән мауығамы, яҡын­дары­на имгәк булырға теләмәй, урамда хәйер һораймы?..
Совет заманында Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенә ҡараған ойошмалар сәғәт кеүек эшләгән. Махсус уҡыу йорттарында белгестәр әҙерләнгән, инвалидтар эшләп тапҡан аҡсаға бе­­йек-бейек йорттар төҙөлгән, һуҡыр­ҙар өсөн китапханалар, мәҙәниәт һа­райҙары, спорт ҡоролмалары, ши­фа­ханалар асылған — барыһы ла булған. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, мәҫәлән, тап ошондай баш­ланғыстар һөҙөмтәһендә баш ҡалала ғына 1500 фатир файҙа­ланыуға тапшырылған. Тик үҙгәртеп ҡороу елдәре күреү һәләтенән мәх­рүмдәрҙе лә урап үтмәй. Баҙар шарттарына күсеү осоронда бер ҡа­рау­сыһыҙ то­роп ҡалған зәғифтәр­ҙең һалым ташламалары менән коммерция ни­ге­ҙендә асылған ойош­малар оҫта файҙалана. Баш­ҡортостанда ғына ошо тармаҡта эшләгән бер нисә ойошма барлыҡҡа килә. Тик уларҙа эшләгән инва­лидтарҙың һаны бармаҡ менән генә һанарлыҡ булыуы асыҡ­ланғас, ташламалар федераль ки­мәл­дә бөтөрөлә. Төбәктәрҙә һу­ҡыр­ҙар эшләгән күп ойошмалар ябыла, бөлә.
Бөгөн Рәсәйҙә 163 уҡыу-етештереү предприятиеһы иҫәпләнә (1990 йылдарға тиклем уларҙың һаны 200-ҙән ашыу булған). Башҡортостанда иһә республика етәкселегенең тырышлығы менән Бәләбәй, Белорет, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында ошондай предприятиелар һаҡланып ҡалған. Тик уларҙа ҡорамалдарҙың күбеһе туҙған, тулы булмаған эш көнө, түбән эш хаҡы тәҡдим ителә һәм башҡа етешһеҙлектәр бар.
— Һуҡырҙарҙың социаль проблемалары бик күп. Уларҙы кәметеү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла, әлбиттә, әммә был ғына аҙ, — ти Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Баш­ҡортостан ойошмаһы рәйесе Юрий Акшенцов. — Беҙ йәмғиәткә имгәк булып түгел, хеҙмәт күрһәтеүсе булып килергә әҙербеҙ. Ғөмүмән, эш табыу — беҙҙең өсөн иң ҙур мәсьәлә. Башҡа төр инвал­и­д­тарҙың күбеһе, физик кәмселектәре булып та, эш урыны таба ала, ә беҙҙең осраҡта был күп сығымдар, проблемалар тыуҙыра. Эш булмағас, аҡса ла юҡ, күптәр торлаҡ мәсьә­ләһен хәл итә алмай йонсой. Ойошмала иҫәптә торғандарҙың күбеһе бәләкәй бүл­мәләрҙә бишәр-алтышар кеше йәшәргә мәжбүр.
Юрий Николаевич әйтеүенсә, 1990 йылда Өфө медицина колледжында күреү һәләтенән мәхрүм булғандар өсөн махсус төркөм ойошторола. Бында йыл һайын 16-17 кеше массажсы һөнәрен үҙләштерә. Иң мөһиме — береһе лә шөғөлһөҙ ултырмай, араларында хатта үҙ эшен асып ебәргәндәре лә бар. Ә быйыл, ҡулай­лаштырыуға һылтанып, урын һанын ҡыҫҡартҡандар — бынан ары йылына бары 10 кеше генә белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Баш ҡалала 150 уҡыусыға иҫәп­ләнгән 28-се махсус мәктәп-интернатта бөгөн 183 бала белем ала. Республикалағы берҙән-бер махсус китапхана ла заманса техноло­гия­ларға мохтажлыҡ кисерә.
Күреү һәләтенән мәхрүм булған­дар, физик етешһеҙлектәренә ҡара­маҫ­тан, спортҡа, сәнғәткә битараф түгел. Мәҫәлән, уҙған аҙнала ғына 30 ҡыҙ һәм егет Пермь ҡалаһында үткән “Еңеү салюты” үҙешмәкәрлек ижады конкурсында ҡатнашып, бейеү, йыр, һынлы сәнғәт номинациялары буйынса беренсе дәрәжәләге биш дип­ломға лайыҡ булған. Әммә “миҙал” был осраҡта ла ике яҡлы. Ҡыҙ һәм егеттәрҙең иркенләп шөғөлләнер уры­ны, ярыштарға, бәйгеләргә әҙер­ләнер өсөн махсус залдары юҡ.
— Байрам алдынан гел етеш­һеҙ­лектәрҙе генә лә яҙмайыҡ әле, — ти Юрий Николаевич. — Ни тиһәң дә, республика етәкселеге, Өфө ҡалаһы хакимиәте беҙҙе онотмай. Рәхмәт улар­ға. “Уңайлы мөхит” дәүләт про­граммаһы сиктәрендә юлдар, ҡайһы бер учреждениелар махсус йыһаз­ландырылды, һуңғы йылдарҙа реабилитацион техник ҡоролмалар менән тәьмин итеүҙә лә алға китеш бар. Шулай ҙа төп үтенесебеҙ — әлеге лә баяғы эш урындарын һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе. Форсаттан файҙа­ланып, яҙмыш һынауына дусар бул­ғандарға ла бер кәлимә һүҙ әйтер инем. Тормоштан ваз кисергә ашыҡ­маһындар. Беҙгә килһендәр, шылты­ратһындар. Телефоныбыҙ — (347)273-13-90.
Проблемаларҙы һанай китһәң, уларҙың осо-ҡырыйы күренмәй. Мә­ҡә­ләгә тотонор алдынан күҙгә зәғиф­тәрҙең күңел донъяһы менән яҡын­­даныраҡ танышыу, уларҙың көн­үҙәк мәсьәләләрен өйрәнеү маҡса­тын­да һуҡырҙарҙың республика мах­сус китапханаһында булырға тура килде. Әйткәндәй, үрҙә телгә алған Раушания менән дә ошонда таныш­тыҡ. Ҡулдары менән һәрмәй-һәрмәй кәрәк китапты табып, яй ғына өҫтәл янына килеп ултырған ҡыҙҙың донъяны танырға, белергә теләүе сикһеҙ ҡараңғылыҡҡа төбәлгән күҙҙәрендә сағылды... Раушания, Юрий Николаевич... Улар менән аралашҡан һайын бер һорау тынғы бирмәй — герой­ҙарым түгел, ә беҙҙең йәмғиәт күҙгә зәғиф түгелме ул? Һуҡырҙарҙы һуңғы өмөтөнән, бәлки, һуңғы йыуанысынан, үҙ-үҙенә ышанысынан — эше­нән, уҡыуынан, яратҡан шөғөлөнән дә яҙҙырһаҡ — нимә булыр? Күңел күҙе күрмәһә...



Вернуться назад