Рушананың Парижға барғаны12.11.2014
“Голос. Дети” Бөтә Рәсәй телепроектында ҡатнашҡан Ауырғазы районы ҡыҙы Рушана Вәлиева яңыраҡ Парижда халыҡ-ара телевизион шоу-конкурсында сығыш яһап ҡайтты. Сараның төп талабы – киң билдәле хиттарҙы үҙенсәлекле итеп башҡарыу.


Башҡортостандың Мәҙәниәт министр­­лығынан хәбәр итеүҙә­ренсә, йәш талант финалға YouTube-ға ебәрелгән видеоролик йыйған тауыштар һөҙөм­тәһендә саҡырылған. Музыкаль мөхәррирҙәрҙе Рушананың киң билдәле “Бони М” төркөмөнөң хитын халыҡсан алым менән рус телендә башҡарыуы йәлеп иткән. 12 коллектив һәм айырым башҡарыусы араһында Рушана – иң йәше.
Францияның D8 телевизион каналының иң төп һәм берҙән-бер бүләге – 10 мең евро – Башҡортостан ҡыҙына бирелмәһә лә, уға сит ил каналдарынан, продюсерҙарынан тәҡдим менән мөрәжәғәт итеүселәр күп булған.



Вернуться назад