Эш мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырһа...12.11.2014
Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөндә Өфөлә байрам саралары уҙғарыла. Төп тантаналар бөгөн Профсоюздар йортонда үтә.


Был көндә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем баш ҡала халҡы өсөн социаль-хеҙмәт мәсьәләләре буйынса бушлай консультациялар ҡарала. Граждандарға хеҙмәт шарттары, уны һаҡлау, эшкә һәләтте ваҡытлыса юғалтҡан осраҡта һәм әсә булыуға бәйле мотлаҡ социаль страховка буйынса пособиелар, пенсия тәғәйенләү һәм уны ҡайтанан иҫәпләү йәһәтенән кәңәш бирелә.
Профсоюздар йортонда уҙғарылған тантаналы йыйылышта иң тырыштарға наградалар тапшырыласаҡ.
Республиканың барлыҡ ҡала, райондарында төрлө осрашыуҙар, семинарҙар, форумдар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, профсоюз хәрәкәте алдынғыларын һәм ветерандарын бүләкләү тантаналары ойошторола.


Вернуться назад