Мәскәүҙән ҡыуаныслы хәбәр килде. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы уҙғарған “Минең ерем – Рәсәй” милли премияһының ойоштороу комитетынан ине ул.
Гәзитебеҙҙең үҙ хәбәрселәре – Кәримә Усманова менән Рәмил Мансуров – ауыл тематикаһы буйынса Бөтә Рәсәй мәғлүмәт проекттары конкурсында ҡатнашып, ойоштороу комитетының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ҡәләмдәштәребеҙҙе ысын күңелдән ҡотлап, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!