Был лозунг бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаған. 13 – 14 ноябрҙә Өфөлә “Кеше капиталы менән идара итеү: үҙгәреш стратегияһы” III төбәк-ара кадрҙар форумы үтәсәк.
Уның маҡсаты – Рәсәйҙең төп дәүләт, шәхси ойошмалары етәкселәре, белгестәре, шулай уҡ кадрҙар сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға яуаплы дәүләт власы һәм идаралыҡ органдары вәкилдәре өсөн тәжрибә майҙансығы ойоштороу, идара итеүҙә инновацион технологиялар менән уртаҡлашыу.
Быйылғы йыйын Рәсәй Федерацияһының 20 төбәгенән белгестәрҙе йәлеп итәсәк. Волга буйы федераль округының 30 ҡалаһынан ҡатнашырға теләк белдергәндәр.
Төбәк-ара кадрҙар форумы программаһында – фекер алышыу майҙансыҡтары ойоштороу тәүмаҡсат, тип билдәләнде “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конферен- цияһында. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров, Башҡортостандың Тренерҙар һәм консультанттар ассоциацияһы президенты Айгөл Десяткина, Башҡортостан Республикаһы Президентының Биләмәләр менән эшләү һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Шамил Мөхәмәтдинов форумдың әһәмиәте тураһында ентекле һөйләне.
Шамил Радил улы әйтеүенсә, сараның темаһы күптән билдәләнгән булһа ла, Башҡортостан Президентының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе менән ауаздаш. Тимәк, күтәрелгән мәсьәлә лә көнүҙәк. Бөгөн дәүләт хеҙмәтенә кадрҙар әҙерләү мөһим, яңы технологиялар ҡулланыу ҙа – заман талабы. Йыйын бизнес һәм власть араһында хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.