Ҡырымда ҡурай үҫәсәк12.11.2014
Асыҡтан-асыҡ тауыш биреүҙең йомғаҡтарына ярашлы, Ҡырымдағы Рәсәй аллеяһында Башҡортостан Республикаһын ҡурай сағылдырасаҡ. Уның өсөн 26 меңдән ашыу кеше тауыш биргән (47 процент).


Оҙаҡ ваҡыт тәүге баҫҡысты биләгән йүкә ағасы тауыштарҙың 40 процентын алған. Әйткәндәй, Һамар өлкәһе халҡының күпселеге тап ошо ағасты үҙ төбәгенең символы итеп күрә.
“Рәсәй аллеяһы” акцияһына ярашлы, илебеҙҙең йәшел символдарын һайлау буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү сараһы ошо көндәрҙә тамамланды. Дүрт ай дауамында һәр кеше фекерен белдереү мөмкинлегенә эйә булды. Мәҫәлән, Башҡортостанға күрше Татарстанда ваҡ япраҡлы йүкә, Удмурт Республикаһында — италмас, Силәбе өлкәһендә — ирга, Свердловскиҙа — миләш, Ырымбурҙа ләлә өсөн күпләп тауыш бирелгән.
Рәсәй аллеяһы Севастополдең Еңеү паркында урынла­шасаҡ. Был проект Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараларҙың төп планына индерелгән.



Вернуться назад