Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә12.11.2014
Федерация Советында батырлыҡ ҡылған балалар бүләкләнде. Башҡортостандан ике кеше Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының юғары наградаһына лайыҡ булды.


Күмертауҙан 11 йәшлек Семен Давыдов кескәй туғандарын янғындан алып сыҡҡан, 9 йәшлек Артур Фәтҡуллин һыуға батып барған ҡыҙҙы ҡотҡарған. Йәш ҡаһармандарҙы Башҡор­тостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова оҙатып йөрөнө. Бүләкләү тантанаһында сығыш яһап, ул, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән балалар — хәүефле хәлдә юғалып ҡалмаған тәүәккәл һәм ҡыйыу батырҙар, тип билдәләне.
Лилиә Ғүмәрова Башҡортостандың ошо өлкәләге тәжрибәһе, республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың башланғысы буйынса ҡаһарман балалар өсөн ойошторолған саралар хаҡында һөйләне.
— Мәскәүҙә бүләкләнеүселәр өсөн ҙур мәҙәни программа ойошторолдо. Улар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының эшмәкәрлеге менән танышты, экскурсияларға йөрөнө, — тине сенаторҙың ярҙамсыһы Марсель Вахитов.


Вернуться назад