Тырышҡандар грант ала12.11.2014
Республикабыҙға башҡарма власть органдары эшмәкәрлегендә яҡшы күрһәткес­тәргә өлгәшеүҙе дәртләндереүгә 165 миллион 325 мең һум күләмендә грант бүленә.

Грант Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы үткәргән ил төбәктәрендәге башҡарма власть органдарының һөҙөм­тә­лелегенең комплекслы баһалау йомғаҡтарына ярашлы бирелә. Сара барышында былтырғы һөҙөмтәләр, өс йыллыҡ күр­һәткестәр иҫәпкә алынды. Һәр төбәк иҡтисад, социаль өлкә үҫешен билдәләгән, халыҡтың фекерен сағылдырған 12 үҙенсәлек буйынса баһаланды.
Һөҙөмтәлә ил субъекттары 83 категория буйынса бүленде. 1 — 20 категорияла урын алған төбәктәргә грант бирелде. Тәүге тиҫтәгә Татарстан, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтары, Чечен Республикаһы, Төмән, Воронеж, Әстрхан, Сахалин, Курск һәм Тамбов өлкәләре инде.



Вернуться назад