Их, ҡаймағы ла ҡаймағы!12.11.2014
Их, ҡаймағы ла ҡаймағы!
“Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Яңауыл һөт заводы, һуңғы йылдарҙа тауар етештереү күләмен арттырыу менән бер рәттән, һатып алыусыларҙың ышанысын да яулай бара. Аҙыҡ-түлектең 40 проценты заводтың Өфөләге фирма магазиндарына, ҡалғаны Благовещен, Бөрө, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларына, Борай һәм Ҡалтасы райондарына оҙатыла, дауаханаларға, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына ебәрелә.


Башта уҡ продукцияның юғары сифатын билдәләү шарт. Әле сменаһына 18 тонна һөт ҡабул ителһә, йәй көндәрендә ул 30—35 тоннаға етә. Май айында ике яңы цех асылған, эремсек етештереү һәм уны брикетлау буйынса яңы ҡорамалдар ҡуйылған. Һөт, ҡатыҡ, кефир, эремсек, ҡыҙыл эремсек, сыр... Киләсәктә завод хужалары ассортиментты тағы ла төрлән­дермәксе.
Йәмғиәт директоры Альберт Ғәлиев әйтеүенсә, бында етештерелгән һөт ризыҡтары техник регламент талаптарына тулыһынса яуап бирә. Етештереү ҡорамалдары ла яңы, уларҙың күбеһе сит илдәрҙән алынған. Шуныһы мөһим: заводта етештерелгән тауарҙы һаҡлау ваҡыты оҙаҡ түгел, сөнки бер ниндәй ҙә консерванттар ҡушылмай.
– Коллективта 80 кеше эшләй. Районда элекке май-сыр заводы ябылғас, күптәр беҙҙең предприятиеға күсте. Шуға ла кадрҙар мәсьәләһендә ҡытлыҡ булманы. Тәжрибәле, үҙ һөнәрҙәренең нескәлектәрен яҡшы белгән, эш айышын аңлаған оҫталар менән хеҙмәттәшлек итеү еңел, – ти Альберт Фәхрәз улы.
Әйткәндәй, яңауылдарға ниндәйҙер кимәлдә “Һөт иле” Бөтә Рәсәй фестивале үҫешкә этәргес булып торған. Етеште­реүсенең шунда ҡулланыусылар менән туранан-тура аралашыуы һөҙөмтәһендә Яңауыл һөт заводы популярлыҡ яулай, ә уның продукцияһы магазин кәштәләрендә күренә башлай. Бөгөн иһә завод – аяғында ныҡлы баҫып торған ҡеүәтле йәмғиәт. Етештереү мәленән алып өҫтәлдәргә барып еткәнсе һәр этап яуаплы етәкселек, тәжрибәле технологтарҙың күҙәтеүе аҫтында. Эш хаҡына, хеҙмәткәрҙәрҙең ялын ойошто­роуға, транспорт мәсьәләһенә ҡағылышлы проблемаларҙан азат яңауылдар. Киләсәктә ашхана ла асып ебәрмәкселәр.
Байрам алдынан иң тырыш хеҙмәткәрҙәрҙе лә билдәләп үтеүҙәрен һорағас, Альберт Фәхрәз улы баҙап ҡалды.
— Беҙҙә барыһы ла гәзиткә яҙырлыҡ, — тине ул.
Шулай ҙа етештереү начальнигы Надежда Магрупова, баш инженер Ирек Кәримов, цех оҫтаһы Рәмилә Каламова, технолог Лариса Шәрифйәнованың исем-шәрифтәрен ҙур ҡәнә­ғәтлек менән билдәләп үтте.
Киләсәккә пландары ҙур завод етәкселегенең. Бигерәк тә һуңғы осорҙа илдә иҡтисад, сәйәсәт мәсьәләләре ҡуйырып, күптәр санкция тип ҡурҡытһа ла, барыһы ла тырышлыҡҡа һәм тәүәккәллеккә бәйле булыуын яҡшы аңлай улар. “Санкциянан ҡурҡырға түгел, киреһенсә, унан файҙаланып ҡалырға кәрәк”, — ти яңауылдар.



Вернуться назад