Халыҡҡа ни кәрәк? Эш һәм торлаҡ12.11.2014
Халыҡҡа ни кәрәк? Эш һәм торлаҡ
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ришат Ғәзизов менән осрашҡанда, ул мөһим хәстәрҙәр менән яныуҙары хаҡында әйтте. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, унан тотош район буйынса мәғлүмәт алдыҡ. Шарандар 50 мең тоннаға яҡын ашлыҡты бураға һалған, иген культураларының гектар ҡеүәте 16 центнер тәшкил иткән. Һәр шартлы баш малға 30-ар центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән, 7 мең гектар майҙанға ужым сәскәндәр. Быйыл 30 миллион һумлыҡ
20 берәмек өр-яңы техника алынған, ғаилә малсылыҡ фермалары үҫеш юлында. Бына шундай ҡаҙаныштар һәм уңыштар менән ҡаршы алырға йыйына һөнәри байрамын уңғандар.


“Шаранагрогаз” асыҡ акционерҙар йәм­ғиәте лә һынатмай. Етәкселектең сәсеүлек майҙанын бер ҡасан да кәме­теүгә юл ҡуйғаны юҡ. Дөйөм ауыл хужалығы ерҙәре – һигеҙ мең гектарҙан ашыу! Ә инде шуның яртыһы – баҫыуҙар. Малсылыҡ тармағын да үҫтерәләр. Ти­мәк, сабынлыҡ менән көтөүлек тә иркен.
Хужалыҡтың генераль директор урын­баҫары Иван Петров билдәләүенсә, күптән түгел һы­йыр малын йәйге лагерҙан фермаға алып ҡайтҡандар. Ул егәрлеләрҙе һанап сыҡ­ты. Мәҫәлән, ураҡта Игорь Храмов, Александр Стариков, Илья Пушкарев, ең һыҙ­ғанып эш­ләгәнгә күрә, 60-ар мең һум эш хаҡы алып ҡыуанған. Быйыл бик яҡшы күрһәт­кестәргә өлгәшкән Ирина Сәхибгәрәева, Маруся Яманаева, Салауат Мөлөков, Рөстәм Ғарафутдинов­тар­ҙың хеҙмәте лә премия менән билдәләнгән.
Урында торлаҡ мәсьәләһен төрлөсә хәл итәләр. Кемгәлер тулы хаҡ­тың яртыһы өсөн генә иҫәпләшеү бәхете йылмайһа, икенселәр иһә өлөшләтә түләп ота. Ә бына “Шаранагрогаз” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Дмитриева Поляна ауылында махсус рәүештә йорт төҙөп, торлаҡҡа мохтаждарға биреп ҡуй­ған. Хәҙер бында тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәр ғүмер итә.
Халыҡҡа ни кәрәк? Эш һәм торлаҡ– Эшселәргә йорт ҡалҡытыу – заман талабы, – ти Башҡортостандың атҡаҙан­ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “Почет Билдәһе” һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, “Шаранагрогаз” йәмғиә­те­нең генераль директоры Тимерғәле Тимеркәев. – Беренсенән, ауыл йәшәһен, тормош йәнләнһен тиһәк, минеңсә, һәр етәк­се ошо турала хәстәрлек күрергә бурыслы. Икенсенән, бындай алымды ҡул­ланыу эштең һөҙөмтәлелеген күпкә арттыра.
Үҙ мөйөшөн булдырған бәхетлеләрҙең бер нисәүһе менән күрешеп һөйләшкән­дә, барыһының да хужалыҡтың киләсәге өсөн яныуы, ғаиләһе өсөн тырышыуы күҙ­гә салынды. Мәҫәлән, ветеринар Гүзәл Мөхитова әйтеүенсә, йәшәгән урыны фер­маға ныҡ яҡын, өҫтәүенә, заманса шарттар булдырылған. Шулай уҡ һауын­сылар Фәйрүзә Хәйбуллина, Рита Морозова, водитель Азиф Зарипов, осеме­на­тор Лилиә Шәнгәрәева, ветеринар-табиптар Валентин Танылбаев, Диана Иванова һәм башҡаларҙың һөйөнөсө йөҙөндә сағыла.
Әйткәндәй, хужалыҡ өс йөҙ тирәһе кешене эш урыны менән тәьмин иткән. Ти­мәк, уларҙың барыһы ла социаль йәһәттән яҡланған, етәкселектең хәстәр­леге менән солғап алынған. Хәҙерге ваҡытта был – иң мөһиме.


Вернуться назад