Мәскәүҙә лә дан ҡаҙандылар12.11.2014
Мәскәүҙә лә дан ҡаҙандылар
Тулы етештереү циклына, йәғни үҙ баҫыуына, фермаһына, ит, һөт, бойҙай эшкәртеү мөмкинлегенә эйә “Рощинский” совхозы республиканың ауыл хужалығы тармағында алдынғыларҙан һанала. 35 йыл дауамында ит, колбаса ризыҡтарын етештереү буйынса уңыш ҡаҙанһа, күптән түгел магазин кәштәләрендә уларҙың һөт тауарҙары ла күренә башланы.


“Рощинский” тәҡдим иткән аҙыҡ-түлек тәбиғи, уға буяу, консерванттар, үҫемлек майҙары, аҡһым өҫтәлмәй. Ит, һөт етештереүгә ҡарата яуаплы һәм заманса мөнәсәбәт тауарҙы килешле хаҡҡа һатып алыусыларға өҙлөкһөҙ тәҡдим итеү мөмкинлеген булдыра.
Тауар етештереүҙең һәр процесы белгестәр тарафынан Таможня союзы ҡағиҙәләренә ярашлы тикшерелеп тора. “Рощинский” исеме аҫтында сығарылған барлыҡ аҙыҡ-түлектең сифаты яҡшы. Бөгөн хужалыҡ 100-ләгән төр колбаса, ярымфабрикат, ыҫланған ризыҡ тәҡдим итә.
Хужалыҡтың ит етештереү өлкәһендә яһаған маҡтаулы аҙымын – тәүлегенә ике тоннаға яҡын хәләл ризыҡ әҙерләп сығарыуын – телгә алмау мөмкин түгел. Бының өсөн тәғәйен цехтар төп бинанан алыҫта урынлашҡан, хәләл тауар баштан алып аҙағынаса Ислам талап иткән шарттарҙа магазин кәштәһенә барып ята.
Үҙ һөтсөлөк фермаларынан хужалыҡ даими рәүештә ҙур күләмдә аҡ алыуға өлгәшә һәм уны шунда уҡ етештереү цехына оҙата. “Рощинский” һөтөнөң тәбиғи һәм төрлө ҡушымтаһыҙ булыуы уны 48 сәғәт дауамында ғына һаҡлау мөмкинлеген бирә.
– Майлы аҙыҡ ярамаған кешеләргә беҙҙең һөт килешеп тә етмәүе бар, сөнки аҡтың ҡуйылығын ябай ауыл һөтө кеүек, 3,6-4,1 процентлы итеп һатыуға сығарабыҙ, – ти совхоз белгестәре.
“Рощинский” совхозы быйыл, Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, 10 алтын, ике көмөш, өс бронза миҙалға лайыҡ тип табылды. Ысынлап та, етеш­те­релгән аҙыҡ-түлеккә миҙал ғына түгел, һәйкәл ҡуйыу ҙа артыҡ булмаҫ. Уларҙың ит, һөт ризыҡтары юғары сифатлы, тәмле булыуы менән күптән инде халыҡ һөйөүен яулаған, киң танылыу тапҡан.
Ә хужалыҡ иһә үҙ эсенә биш ауылды туплай, төп эшмә­кәр­легенән тыш мәҙәниәт һарайы, мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана, мәсет, сиркәү төҙөүе менән дә оло ихтирамға лайыҡ.
“Рощинский” коллективы ике мең кешенән тора. Совхоз 6500 баш һыйыр малы, 350 баш йылҡы, 54 мең баш сусҡа аҫрай. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында күмәртәләп һатыу магазины һәм башҡа төбәктәрҙә 48 сауҙа нөктәһе бар.


Вернуться назад