“Ит һатам осһоҙ хаҡҡа”, йәки Төпкөл нисек талана?12.11.2014
“Ит һатам осһоҙ хаҡҡа”, йәки Төпкөл нисек талана?
Көндәр һыуытыу менән ауыл кешеһенә шәхси хужалығында аҫраған малын нисек тә булһа һатып, табыш алыу мәшәҡәте өҫтәлде. Итләтә ебәрергәме, әллә тереләйме?!


“Район-ҡалаларҙа аҙна һайын йәрминкәләр үтеп тора, шунда сыҡ та рәхәтләнеп сауҙа ит” тигән кәңәш­тең дә яңғырауы мөмкин. Эйе, кем­гәлер был юл бик ҡулай һәм отошло. Әммә төпкөл ауылдарҙағы халыҡ өсөн иттән килем алыу “баш ауырыуы”на әйләнде.
Яңыраҡ Баймаҡ районының Ишәй ауылында булырға тура килде. Ул Бөр­йән һәм Йылайыр райондары менән сиктәш, Баймаҡ ҡалаһынан 90 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Билдәле, халҡының күбеһе мал-ты­уар тотоп, шуның иҫәбенә йәшәй. Әм­мә һыйыр-башмаҡҡа йыш ҡына айыу һөжүм итә, бүре өйөрө лә һа­рыҡтарҙы тамаҡларға күп һорамай. Быйыл төлкөнөң дә ауылға йышлауы ҡош-ҡорт аҫраған хужаларҙы хафаға һалған.
Ул ғына түгел, һуңғы арала төп­көл­гә сит өлкәләрҙән, имеш, ит һа­тып алыу, тереләй мал ҡабул итеү маҡсаты менән килгәндәр күбәйгән. Улар шунда уҡ ҡулаҡса менән иҫәп­ләшә. Күпмегә тиһегеҙме? Ярты ха­ҡы­на. Дөрөҫ, “һатмаһындар!” тигән яуап ишетәһең. Килешәм, әммә донъя­һын мал аҫрау иҫәбенә көткән, балаларын уҡытҡан кеше ни эшләһен?! Ҡай­һы саҡта һатып та ебәрә. Бөгөн – береһе, иртәгә икенсеһе өндәшмәй генә тауарын машинаға тейәй. Сөнки былай йәтеш: һатыр өсөн белешмә йүнләп йөрөйһө түгел, баҙарға алып барам тип, машина хәстәрләргә кә­рәкмәй. Ә инде унда сығарып та, та­уарҙы һата алмай кире ҡайтыу менән сағыштырғанда, сит өлкә кешеһенә биреп ебәреү иң еңел юл күренә. Әлбиттә, теләк булһа, билдәле бер көндә күмәртәләп ит алыуҙы ойош­торорға ла мөмкин дә бит. Йәйгеһен күрше республиканан килеп, ауыл­дарҙа быҙауҙарҙы йыйып йөрө­гән­дәр ҙә йыш осрай. Ҡышты сығарған малҡайын биш-алты мең һумға тоттороп ебәргәндәр ҙә юҡ түгел. “Юғал­ғансы йә эт-фәләнгә осрағансы, тотоноуыбыҙ артыҡ”, – ти ундайҙар.
Көндәр һыуытыу менән мал-ты­уар­ҙың күпләп юғалыуы ла бер бә­ләгә әйләнеп бара. Көтөүҙән ҡайт­маған малдың эҙенә төшөп булмай, ә ҡараҡтар тап ошо мәлде һағалап ҡына тора.
Сит илдән аҙыҡ-түлек индереү тыйылғас, күптәр үҙ тауарыбыҙҙы һа­тыуға киң юл асылыр тип өмөтлән­гәйне лә, күрәһең, алданыраҡ шат­лан­ғанбыҙ. Тейешле һөҙөмтә юҡ, ит һаман да осһоҙ хаҡҡа ситкә “оса”. “Йомшаҡ ҡалас баҫыуҙа үҫә” тип хаталанған кеүек, күптәр малды һатырлыҡ итеп аҫрау бер нисә ай эсендә генә башҡарыла тип уйлай. Ауыл кешеһенең хеҙмәте әле булһа иҫәпкә алынмай, уның көсө тейешле баһаланмай, етештергән ризығы арзанға китә.
Ябай халыҡты яҡларлыҡ, үҙенең хәләл көсө менән тапҡан малын тейешле хаҡҡа һатырлыҡ закондар ҡасан ҡабул ителер? Депутаттар ҡасан уларға йөҙ борор, тауыштарына ҡолаҡ һалыр, аһ-зарын ишетер?!






Вернуться назад