Бәхетемә — ваҡ аҙымдар менән01.02.2012
Бәхетемә — ваҡ аҙымдар менәнИспания көндәлегенән
Эшкә урынлашам тиһәң, яҡшыһын анһат ҡына табып булмай. Урыҫ паркына барып та, бер ай тирәһе эш һорашып йөрөп өмөттәр бушҡа булды. Мин йәшәргә килгән был йортта Украинаһына ҡайтып китергә йыйынған Мария исемле ҡатын үҙенең эш урынын бер айлыҡ эш хаҡына миңә һатып китте. Шулай итеп, элек уҡытыусы булып эшләгән 70 йәшлек Трини исемле ханымдың ғаиләһенә барып эләктем. Ул бер күреүҙән оҡшаны, сит тарафта әсәй кеүек булды. Ире Педро адвокат булып эшләгән, 80 йәштә булһа ла, йәш сырайлы, егеттәр кеүек һелкетә баҫып йөрөй. Трини сәғәттәр буйы телефондан һөйләшергә ярата, таныштарына мине “тиҙ, таҙа эшләй” тип маҡтай. Уның рекламаһы ярҙамында ете ғаиләлә эш башланым.
Испандар — тормошто яратҡан, асыҡ күңелле, йомарт, кешеләргә ышаныусан халыҡ. Сумкамда үҙем эшләгән йорттарҙың асҡыстарын йөрөтәм. Билдәле ваҡытта үҙем асып барып инеп йыйыштырып, бикләп сығып китәм. Ә ҡайһы бер хужалар минең турала исемемдән башҡа бер нәмә лә белмәй, хатта документымды ла һораманылар. Уларҙың миңә ҡарата мөнәсәбәте яҡшы булды, береһе лә йыйыштырыусы тип түбәнһетеп ҡараманы. Байрам һайын бүләкһеҙ ҡалдырманылар. Икенсе эшләгән ғаиләм — Сусанна менән Пако, ике ҡыҙҙары — Мария, Наталия һәм малайҙары Игнасио. Сусаннаға 40 йәш, шәхси мәктәптә уҡыта. Пако — компьютер буйынса белгес.
Тағы ла Кармен менән Педроның ғаиләһендә аҙнаның бер көнөндә эшләнем. Пенсия йәшендәге был ғаиләнең өс ҡыҙы бар, улар ғаилә ҡороп айырым йәшәй. Ҡыҙҙары Кристина менән Давидтың йортонда бер көн эшләйем. Уларҙың Оскар менән Цезарь исемле ике улы бар.
Испандар — күңел асырға, байрам итергә яратҡан дәртле халыҡ. Байрамдарҙа күмәкләп милли кейемдә фламенко бейейҙәр. Араҡы эсмәйҙәр, айыҡ көйө шулай күңел асалар. Унда кешеләр 80–90 йәшкә тиклем йәшәгәс, 60-тағылар ҡарт тип һаналмай.
Яҡшылап испан телен белмәгәс, яҡташ ҡыҙҙар төрлө мажараларға ла юлыға. Беҙҙең менән бер йортта йәшәгән Йәмилә апай килгәс тә ике ай эшһеҙ ултырҙы. Украин ҡатыны, уға ике айға ваҡытлыса эшен ҡалдырып, оҙайлы ялға ҡайтып китте. Аҙаҡ ул испан ғаиләһенә йәшәргә күсте һәм, ике аҙна эшләгәс, ялға килде. Беҙ унан һорашабыҙ. Ҡатыны Изабель, ире Мимаридо исемле, ти. Ысынлап та шулаймы, тип аптырайбыҙ, сөнки “мимаридо” һүҙе испанса “минең ирем”де аңлата. Беҙ көлә башланыҡ. Йәмилә апай, ҡатын үҙен, мин Изабель, ирен Мимаридо, тип таныштырҙы ла һуң, тип аңлатырға тырыша. Беҙ көлгәнгә ул аптырауға ҡалды, башҡа бармайым, миңә оят бит, ти, сөнки кофе әҙерләй ҙә сеньораһы ҡайҙа алып бараһың тип һораһа, ул “Мимаридоға” тип яуап биргән йә “Мимаридо” ашарға ҡайтамы, тип һораған икән. Ул телде аңламағас, сеньораһының ирен “минең ирем” тип әйтеп йөрөгән икән.
Ә Зилә тигән ҡыҙыбыҙ “бәҙрәф” һүҙен “һыра” һүҙе менән бутап йөрөгән. Бәҙрәф испан телендә “сервисио”, ә һыра “сервеса” була.
Испанияға ҡайһы берәүҙәр аҡса эшләр өсөн генә килмәй, еңел кәсеп эҙләп килеүселәр ҙә байтаҡ. Сосораҡтар, испандарҙың фатирын арендаға алып, үҙҙәре бүлмә һайын икешәр кеше урынлаштырып, икеләтә күберәк килем ала. Бер ваҡыт беҙ йәшәгән йорт хужабикәһе Лира урам буйынан әйберһеҙ, документһыҙ бер молдаван ирен алып ҡайтты, йәшәргә бүлмә эҙләй икән. Лира уға асҡыс тапшырҙы, һәр беребеҙ йөрөтәбеҙ йорт асҡысын. Был молдаван ике көн йәшәне. Өсөнсө көн эштән ҡайтыуыбыҙға, унан елдәр иҫкәйне. Ул ҡыҙҙарҙың кеҫә телефонын, алтын балдаҡтарын, ә минең аҡсамды урлап ҡасҡайны. Шулай итеп, ул бер ҡатлыларҙы төп башына ултыртып китте.
Көн артынан көн үтә. Эшкә бараһың да арып-талып ҡайтып ҡолайһың, көн һайын шулай ҡабатлана. Бер көндө кискеһен Лилиә килеп инде лә: “Ҡыҙҙар, беләһегеҙме, бында төрлө йәштәгеләр өсөн дискотека бар икән. Кисә бер дискотекаға барып сыҡтыҡ, оло йәштәгеләр ҙә күп күренә, киттек”, — ти. Ә беҙгә ҡыҙыҡ тойолдо, сөнки беҙҙә дискотекалар тик йәштәр өсөн генә бит.
Бейеү майҙаны беҙҙе уттарын балҡытып ҡаршыланы. Ысынлап та, залда 30 йәштән алып 70-кә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр бейей ине. Өҫтәл, бар артында шарап эсеп гәп һаталар, бер ерҙә лә иҫерек кешене күрмәҫһең. Бәләкәй залда испандар фламенко бейей. Таяҡҡа таянған бабайҙар ҙа күренә, бер инвалид коляскаһына ултырып түңәрәктең уртаһында әйләнә. Бында һәр кем үҙен иркен тота, оялып мөйөштә ултырғандар юҡ. Испанкалар ялтыр күлдәк кейгән, ҡулдарында әллә нисә ҡат беләҙек, алҡа таҡҡандар. Рәхәтләнеп күңел асып ҡайттыҡ.
Бер байрам көнөндә Ғәлиә, әйҙә сығып йөрөп киләйек, берәй кафеға барып ултырайыҡ, тип миңә килеп инде. Бында аҙым һайын кафе, ресторандар булһа ла, диңгеҙ буйында беҙҙең һәр саҡ осрашып йөрөгән урыныбыҙ бар ине. Байрам булғас, кешеләр ҙә байтаҡ, талғын музыка ағыла. Бер аҙҙан ҡаршылағы өҫтәлдә ултырған бер испан ире беҙҙе күҙәтергә тотондо һәм аҙаҡ иптәше менән яныбыҙға килде. Ул итәғәтле генә йылмайып: “Һеҙ ниндәй милләт ҡыҙҙары?” — тип һораны. “Беҙ — Рәсәй ҡыҙҙары”, — тинек. Күптәр, Рәсәйҙә урыҫ милләте генә йәшәй, бөтәһе лә һары сәсле, зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө, тип уйлай. Беҙ Рәсәйҙә йөҙҙән ашыу милләт йәшәй, мосолмандар күп, тип аңлатып бирҙек. Мосолмандар, тиһәң, улар чечендарҙы ғына белә. Ә Башҡортостан тураһында ләм-мим. Мәктәптә географиянан уҡып ҡына Урал тауҙарын беләләр. Даниэль менән танышыуыбыҙ шулай башланып китте.
Көндәрем күңелле үтә башланы, Даниэль ял көндәрендә төрлө ҡалаларға, музейҙарға, тарихи урындарға алып йөрөнө. Испанияның тарихын тәрән белеүе мине көндән-көн әсир итте. Ул испан теле уҡытыусыһы ролен дә үтәне, һөйләшергә, дөрөҫ итеп яҙырға ла өйрәтте.
Эшкә бер йылға тип китһәм дә, сәфәрем ике йыл ярымға һуҙылды. Бер йылда эшләгән аҡсаға бер ниндәй йорт та һатып алып булмай ине. Йәшәргә урыным булмағас, берәй мөйөшлөк аҡса эшләргә тип килгәйнем мин Испанияға. Бөтәһен дә ныҡ һағындым, ике йылдан ашыу ҡыҙыңды, атай-әсәйеңде, туғандарыңды күрмәй йәшәү — үҙе бер ғазап. Аралар ҙа яҡын түгел, юлға күп сығым киткәнлектән йыш ҡайтып та булмай. Эшләгән ғаиләләрҙе, иптәш ҡыҙҙарҙы ваҡытлыса ҡалдырып, йәмле майҙа Башҡортостаныма ҡайтып төштөм. Даниэль, тиҙерәк әйләнеп килеүемде һорап, Малага аэропортында оҙатып ҡалды. Өфө аэропортында апайым менән еҙнәйем, 17 йәшлек ҡыҙым ҡаршы алды. Ҡыуанысымдың сиге юҡ ине. Европа ҡалаларынан һуң Өфө миңә ҡараңғы, һалҡын кеүек тойолдо. Кешеләр ҙә етди, ҡайҙалыр ашыға. Мин ҡайтыуға атайым, ай һайын ебәреп торған аҡсама өй һалдыртҡайны, шуға документтар юлланым. Ҡыҙым лицейҙы тамамлағас, уны университетҡа уҡырға индереп, эштәрҙе теүәлләгәнсе өс ай ваҡыт үтеп тә китте. Испанияға башҡа китмәҫкә ине лә, ҡыҙым түләүле уҡыу йортона инде, йыл һайын уныһына түләргә кәрәк. Етмәһә, Даниэль, көн һайын шылтыратып, тиҙерәк кил, һағындым, ти.
Тағы ла виза юллап, ундағы сеньораларыма күстәнәстәр алып, юлға сыҡтым. Был ҡояшлы илде һағынып та өлгөргәйнем. Яңынан бер-береһен ҡабатлап торған көндәр башланды.
Шулай ҙа янымда яҡын кешем — Даниэль булғас, бындағы тормош сағыу төҫ алды. Көндәр ҙә тиҙ үткән кеүек тойола. Ял көндәрендә пляжда ҡыҙынабыҙ, сәйәхәткә сығып китәбеҙ, дискотекаларға йөрөйбөҙ.
Мин Испанияға ваҡытлыса тип килгәс, резидент картаһын юллап торманым. Тағы бер йыл да һигеҙ ай тигәндә был илде мәңгелеккә ҡалдырып ҡайтырға әҙерләнә башланым. Бурысым үтәлде: ҡыҙыма уҡыуына түләргә аҡса эшләнем, йәшәргә мөйөшөм булды, Өфө ҡалаһының ситенән ер алдым. Тик яратҡан кешем Даниэль менән айырылыуҙы ғына күҙ алдына килтерә алмайым. Ул ҡайтмауымды үтенә, ә уға, йөрәгем икегә бүленә алмай, ҡыҙыма, туғандарыма һағыныу көслөрәк, тип аңлатам.
Апрелдә Малага ҡалаһынан Өфөгә самолетҡа ултырҙым. Һаумы, тыуған яҡтарым, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һин үҙеңә һәр саҡ тартып тораһың. Күп уйландым мин. Яратҡан кешең менән тормошоңдо бәйләп, сит илдә йәшәргә ҡалырғамы? Юҡ, барыбер ярты йөрәгем Испанияла ҡалды. Даниэль үҙен оноттормаҫ өсөн көнөнә әллә нисә тапҡыр шылтырата йә кеҫә телефонына ҡыҫҡа хәбәрҙәр ебәрә. Уның һөйөү, һағыш тулы хаттарын уҡып йөрәгем әрней. Һиҙелмәй йәй үтеп китте. Шулай август аҙаҡтарында Даниэль, мин һине алып ҡайтырға, атай-әсәйеңдән ҡулыңды һорарға барам, тип шылтыратты. “Виза юллай башланым, сентябрҙә көт”, — тине ул. Ә мин атай-әсәйемә әйтергә ҡурҡып йөрөйөм. Көн кеүек асыҡ: улар риза булмаясаҡ. Даниэлдең килеренә бер аҙна ҡалғас ҡына, әйтергә батырсылыҡ иттем. Атайым, дини кеше булараҡ, һиңә мосолман кешеһе бөткәнме, әллә ҡайҙа китеп барырға, ризалығым юҡ, тип ҡырт киҫте. Уларҙың ризалығын алмайынса ла булмай бит. Нисек кенә аңлатып ҡараманым үҙенә.
Сентябрь булыуға ҡарамаҫтан, көндәр йылы торҙо. Даниэлде ҡаршыларға Мәскәүгә киттем. Домодедово аэропортында уны ҡаршылайым. Бына ул иптәше Луис менән килеп сыҡты. Биш ай осрашмағас, бер-беребеҙҙе һағынып өлгөргәйнек. Көнө буйы Мәскәүҙе күрһәтеп йөрөнөм.
Иртәгәһенә самолет менән Өфөгә килеп төштөк. Мин уларҙы Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Бөрйән урмандарына, Белорет ҡаяларына, Яҡтыкүл биләмәһенә алып барҙым. Улар беҙҙең яҡта күлдәрҙең күплегенә, Ағиҙел, Инйәр йылғаларының таҙалығына хайран ҡалды.
Өфөлә йәшәгән апайымдар Даниэль менән Луисты матур ҡунаҡ итте. Өҫтәлдәрҙең ризыҡтан һығылып тороуына, кешеләрҙең ҡунаҡсыллығына иҫтәре китте. Шуныһы ғына ауыр булды: улар беҙҙең телде аңламағас, туғандар менән рәхәтләнеп һөйләшеп, аралаша алманы.
Даниэлгә туғандарым, уларға Даниэль оҡшаны. Ул миңә кейәүгә сығырға тәҡдим иткәс, Өфөнөң Ләлә мәсетендә никах уҡыттыҡ. Иҫе лә китмәйенсә, түбәтәй кейеп, мәсеттә имамдың артынан һүҙҙәрҙе ҡабатлап ултырҙы. Хәҙер атай-әсәйемдең ризалығы кәрәк ине. Апайым ауылға шылтыратты. “Атай, испан кейәү яҡшы кеше күренә, Зөһрәгә көймәгеҙ, риза булығыҙ, никах уҡыттылар”, — тине. Улар риза булды. Испания һынлы ерҙән Өфөгә килеп еткәстәре, килһендәр инде, тине атайым.
Әсәйемдең яңы бешкән икмәгенә ауыл ҡаймағын, балын яғып яратып ашанылар. Бишбармаҡ, ҡаҙ-йылҡы итенең, түтәлдән өҙөп алынған помидор, ҡыярҙың тәмлелегенә хайран ҡалдылар. Испанияла йылҡы ите ашамайҙар. Улар донъяла иң тәмле ит менән бал — Башҡортостанда тигән һығымтаға килде. Уларҙы бигерәк тә беҙҙәге туғанлыҡ мөнәсәбәттәре әсир итте. Ике туғандар ҙа бер туған кеүек аралаша. Ә Испанияла бер туғандар ҙа, бер ҡалала йәшәп, бер-береһен оҙаҡ ваҡыт күрмәһәләр ҙә, ғәйеп һаналмай.
Бына һанаулы ғына һигеҙ көн үтеп тә китте. Даниэль иптәше менән ҡайтыр юлға йыйынды. Улар әсәйем менән атайымды сентябрь айына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Уларҙы мин Өфө аэропортынан, оҙаҡламай Испанияға барып етергә һүҙ биреп, оҙатып ҡалдым.
Беҙ хәҙер элек йәшәгән Малага ҡалаһынан алыҫ түгел бәләкәй генә ҡалала — Хаенда йәшәйбеҙ. Ул 573 метр бейеклектә Изге Каталина тип аталған тауҙың итәгендә урынлашҡан, донъяла иң күп зәйтүн майы етештереүсе булып һанала. Бында тау баштарын зәйтүн ағастары биләй. Урта диңгеҙ Хаенға 180 километр яҡынлыҡта. Июлдә Испанияға ҡыҙым килеп ҡайтты, ә сентябрь айында әсәйем менән атайым беҙгә килергә юлға сыҡты. Виза йүнләп, самолетҡа билет алдыҡ... Бына Мәскәүҙән самолет килеп төшөүен иғлан иттеләр. Даниэль менән атай-әсәйемде көтөп торабыҙ. Ниһайәт, улар күренде. Туғыҙ ай ҙа булып киткән уларҙы күрмәгәнгә, һағынылған, ҡосаҡлашып илашып алдыҡ. Ирем ҡәйнәһен ҡаршыларға бер ҡосаҡ сәскә күтәреп килде.
Атай-әсәйемә лә күп кенә матур урындарҙы күрһәттек, улар диңгеҙҙә һыу инде, пляжда ҡыҙынды. Башҡорт аш-һыуына, һурпа-ҡатыҡҡа өйрәнгән кешеләр бындағы диңгеҙ ашын үҙһенмәне. Даниэлдең туғандары, 83 йәшлек әсәһе уларҙы ихлас ҡунаҡ итте. Әсәйем үҙе менән ҡаҙ ите алып килгәйне, испандарға бишбармаҡ бешереп ашаттыҡ, һурпа эсерҙек. Уларға милли ризыҡ бик оҡшаны.
Бына ҡайтыр көндәре лә етте — һис тә ҡайтарғы, айырылышҡы килмәй. Ә улар ғүмер кисергән тыуған ерҙәрен һағынып та өлгөргәйне. Әсәйем менән атайымды Даниэль дә, әсәһе Кармен да, ҡыҙығыҙ өсөн борсолмағыҙ, беҙ уны яратабыҙ, тип тынысландырҙылар. Бер йылдан беҙ ҙә Башҡортостанға ҡунаҡҡа ҡайтырбыҙ, тип оҙатып ҡалдыҡ.
Күптән түгел, танышыуыбыҙға биш йыл үткәс, матур туй табыны йыйҙыҡ. Даниэлдең туғандары, дуҫтары, иптәш ҡыҙҙарым менән ҡыҙым килде.
Был яҙма аша ҡыҙҙарыбыҙҙы сит илгә йәки сит милләт кешеһенә кейәүгә сығырға өндәмәйем. Ә үҙемдең нисек Испанияға килеп эләгеүемде, ниндәй ауырлыҡтарға осрауымды, ниҙәр кисереүемде бәйән иттем. Миңә иң мөһиме — сит илдә йәшәү түгел, бер-береңде яратҡан кешең менән йәшәү. Ул католик, мин мосолман булһаҡ та, динебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе ихтирам итәбеҙ. Даниэль туғандарым менән аралашыу өсөн тырышып-тырмашып урыҫса ла, башҡортса ла һүҙҙәр өйрәнә. Әле ул башҡортса күп кенә һүҙ белә.
Туй сәйәхәтенә беҙ Канар утрауын һайланыҡ. Мин үҙемде бәхетле һанайым, сөнки быға мин оҙаҡ, ваҡ аҙымдар менән килдем.
(Аҙағы. Башы 18-се һанда).
Зөһрә НИҒМӘТУЛЛИНАНЫҢ
һөйләгәндәрен Самат Ғәлин яҙып алды.


Вернуться назад