Муллыҡ өләшә “Миләш”12.11.2014
Муллыҡ өләшә “Миләш”
Ғәлиә Камил ҡыҙы һөнәре
буйынса – иҡтисадсы,
ә Физа Имамәхмәт ҡыҙы – агроном. Бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған “Миләш” крәҫтиән
(фермер) хужалығына нигеҙ һалыусылар ҙа – тап ошо тәүәккәл һәм уңған ханымдар.


Байтаҡ йылдар да­уамында эшләп килгән Иглин емеш-еләк питомнигы ябыл­ғас, уның уры­ны етемһерәп ҡал­ғандай була. Әммә Ғәлиә Тетерина (һүрәттә) был хәлгә оҙаҡ бошонмай, бай тәжрибәле Физа Дайнат менән берлектә үҫентеләр әҙерләү буйынса шәх­си хужалыҡ асып ебәрә. 2011 йылда алынған 300 меңлек субсидияға таянып эш башлаған баҡсасылар бөгөн халыҡҡа төрлө ҡыуаҡтарҙың, емеш-еләк ағастарының 54 төрөн тәҡдим итә.
– Тәүге осорҙағы ҡыйынлыҡтарҙы үтеп сығыуҙа Иглин районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Вил Динил улы Хафизов ҙур ярҙам күрһәтте, уға ныҡ рәхмәтлебеҙ, – ти Ғәлиә Камил ҡыҙы.
– Ҡарағат, ҡурай еләге, балан, миләш, барбарис, һырғанаҡ, алма, гранат, грушаларҙы, ғөмүмән, һәр культураның тап беҙҙәге тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылғандарын 100 процент уңыш бирәсәк тигән күрһәтмә менән һатабыҙ. Ә бит баҙарға сит республика-төбәктәрҙән килтерелгән үҫентеләр ҙә күпләп сығарыла, тик улар Башҡортостан климатын үҙ итә алмай, йыш ҡына ҡороуға дусар була, – тип һүҙҙе дауам итә агроном Физа Имамәхмәт ҡыҙы.
Хужалыҡ районда ғына түгел, тотош республика кимәлендә танылыу яулап өлгөргән. Сифатлы тауар яҙ, йәй, көҙ миҙгелдәрендә, уңайлы контейнерҙарҙа баҡса янындағы киоск­та һатыуға сығарыла. Дүрт гектар ерҙе биләгән теплица, түтәлдәрҙә Мария Зиннурова, Лидия Старухина кеүек уңғандар тир түгә.
“Үҙегеҙ баҡса үҫтереүгә мөкиббән булғанға күрә, һеҙҙең өйҙәрегеҙ ҙә шау сәскәгә күмелгәндер инде?” – тигән һорауға гүзәл ханымдар бер тауыштан:
– Бындағы эш менән мәшғүл булғас, өйҙә гөл тәрбиәләүгә һис кенә ла ваҡыт ҡалмай, – тип яуапланы.
Ысынлап та, һәр һатып алыусыға баҡса үҫтереү, уны биҙәү буйынса төплө һәм тормошсан кәңәштәр биреп оҙатып ҡалалар “Миләш” крәҫтиән (фермер) хужалығында. Матур йолаға әйләнгән “Бөрө алмаһы” фестивалендә лә йыл да ҡатнаша улар.
Әлегә ерҙе теркәү мәсьәләһе ыңғай хәл ителгән булһа ла, яҡын киләсәктә уның майҙанын арттырыу күҙаллана. Булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, изге ниәттә башҡарылған эш һөҙөмтәләренең йылдан-йыл яҡшыра барырына шик юҡ.


Вернуться назад