Асылыбыҙға тоғро ҡалдыҡ12.11.2014
Быйылғы яҙ игенселәр өсөн ҙур һынау булды, әммә илештәр тәбиғәт көйһөҙлөгөнә бирешмәй, эште бынамын итеп атҡарып сыҡты. Район буйынса барлығы
132 500 тонна ашлыҡ йыйып алынды.


Был уңышҡа “Урожай” ширҡәте, “Илеш МТС”-ы йәмғиәте, “Үҙәк МТС”тың Илеш филиалы, “Мир”, Куйбышев исемендәге кооперативтар, “Илеш-Агро” йәмғиәтенең етеш­тереү участкалары айырыуса ҙур өлөш индерҙе. “Урожай” ширҡәте бөртөк­лөләрҙең һәр гектарынан иң юғары – 28,7 центнер уңыш алды. “Илеш” етештереү участкаһында гектар ҡеүәте – 25,6, “Урал” йәмғиәтендә, М. Гәрәев исемендәге кооперативта ул 24,3 центнер тәшкил итте. Киләһе йыл да хәстәрләнгән – 45 400 гек­тарҙан ашыу майҙанда ер туңға һөрөлгән, 15 мең гектарҙа ужым культуралары сәселгән, орлоҡ, фураж да етерлек, халыҡ та ашлыҡ менән тәьмин ителгән.
Малсылыҡ тауарын етештереүҙә яҡшы күрһәткескә өлгәшеүҙең төп факторы – мул һәм сифатлы аҙыҡ әҙерләү. Шуға ярашлы, ҡышлатыу өсөн 17 285 тонна бесән, 95 685 тонна сенаж, 55 800 тоннанан ашыу силос, 21 000 тонна концентрат, һалам тупланған. Район буйынса 41 037 тонна һөт етештерелеп, һәр һыйырҙан 3344 килограмм аҡ алына, был үткән йылғыға ҡарағанда күбе­рәк. Етештерелгән ит күләме 5163 тонна, һәр малдан алынған тәүлек артым 428 грамм тәшкил итә. 41 925 баш мал иҫәпләнә, 6058 быҙау бар.
Көтөүҙе яңыртыу, тауар етештереүҙе арт­тырыу йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Йыл дауамында фермаларға 190 баш тоҡомло һыйыр ҡайтарылған. Әле аталандырыу өсөн 2200 баштан ашыу тана әҙер­лән­гән. Әйткәндәй, районда тоҡомло мал үрсе­теү менән биш хужалыҡ шөғөл­ләнә, малдарҙы яһалма ҡасырыу пункттары ла 20-гә еткән.
Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығын үҫте­реү буйынса күп маҡсатлы программалар ҡабул ителде. “Һыйыр малдарын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. Республикала 2012 – 2016 йылдарҙа 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы модернизациялау” программаһының иһә Рәсәйҙә аналогы юҡ. Заман менән бергә атлаған район был яңы­лыҡты беренселәрҙән булып ҡабул итеп, тоҡомло мал, техника һатып алыуға, торлаҡ йүнәтеүгә өлгәште.
Бөгөн районда 62 крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй, улар ҡарамағында 10 420 гектар ер бар. Быйыл фермерҙар 7425 гектар майҙанда бөртөклөләр үҫтереп, 20 мең тоннаға яҡын ашлыҡ, 18 520 центнер һөт, 3523 центнер ит алған. Бигерәк тә Фирҙәүис һәм Илдар Ялаловтар, Илмир Ихсанов (Үрге Йәркәй), Ғилемйән Ғәйнетдинов (Ан­дре­евка), Альберт Рамаҙанов (Теләпән) етәкләгән хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеге маҡ­тауға лайыҡ.



Вернуться назад