Волонтерлыҡ.01.02.2012
Волонтерлыҡ.Модамы, әллә тормош талабымы?
Волонтер. Был һүҙ беҙҙең һөйләшкә яңыраҡ ҡына килеп инде. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, үҙ теләгең менән хәйриә эштәрендә ҡатнашыуҙы күҙ уңында тотҡан хәрәкәткә айырыуса студенттар һәм оло йәштәгеләр теләп ҡушыла. Өлкәндәрҙең яңы йүнәлешкә ҡыҙыҡһыныуы аңлашыла — буш ваҡытыңды файҙалы үткәреү, аралашыу, ә студенттарҙы нимә ылыҡтыра һуң? Ғөмүмән, волонтер булыу модамы, әллә үҫеш йүнәлешеме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға "Студенттар һәм волонтерлыҡ: мода, әллә тенденция" тигән темаға үткән конференцияла ҡатнашыусылар асыҡлыҡ индерҙе.
Белгестәр билдәләүенсә, бөгөн республикала 140 меңдән ашыу волонтер иҫәпләнә. Ирекле хәйриә хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ — экологик проекттарҙа ҡатнашыу, ветерандарға, оло йәштәгеләргә ярҙам итеү, ауыр тормош һынауҙарына дусар булған балалар менән эшләү... Әйткәндәй, конференцияла ҡатнашыусылар был йәһәттән бигерәк тә студенттарҙың әүҙемлеген билдәләп үтте. Башҡорт дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт авиация техник университеты, Өфө автотранспорт колледжында эштәр көйлө бара. Ә Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында, ғөмүмән, Волонтерлыҡ үҙәге булдырылған. Бында университет студенттары ғына түгел, башҡа юғары уҡыу йорттары, ҡала, хатта сит өлкәләрҙән дә килеүселәр бар.
Ә волонтер булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?
— Тәү сиратта ихлас теләгең булыу шарт. Бер ниндәй финанс ярҙамына өмөт итмәй, бар күңелең менән кемгәлер ярҙам итеү теләге көслө булғанда ғына һинән ысын волонтер сығасаҡ. Бынан тыш хәрәкәт республика, ил кимәлендә генә эшләмәй, сит илдәр менән дә хеҙмәттәшлек тәжрибәбеҙ бай. Шуға инглиз телендә иркен аралашыу мөһим, — ти Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының сектор мөдире Галина Рященко.
Хәйер, теләк булып та, ниндәйҙер сифаттарға эйә булмау сик түгел. Хәйриә үҙәктәрендә волонтерлыҡҡа махсус уҡытыуҙар даими ойошторола. Ысын волонтерҙарға хатта таныҡлыҡ та тапшырыла, уның ниндәй сараларҙа ҡатнашыуы, ниндәй эштәр башҡарыуы хаҡында тулы мәғлүмәт туплана. Белгестәр билдәләүенсә, хәрәкәттә туплаған тәжрибә эшкә урынлашҡанда, ҡайҙалыр уҡырға ингәндә ҙур ярҙам.
— Шәфҡәтлелек, кеше хәленә инә белеү ғәҙәти күренешкә әүерелһен ине, — ти белгестәр.
А. МИҢЛЕЙӘРОВА.


Вернуться назад