Өфө тарафтарынан килеп Талбазы ауылына инер саҡта, уң яҡта, әллә күпме йорт араһынан берәүһе алыҫтан иғтибарҙы тарта. Был юлы беҙ уға һуғылып сығырға ҡарар ҡылдыҡ. Йәғәфәр урамы буйлап килдек тә туҡтаныҡ: ыҡсым ғына магазин икән. Исемен дә матур ҡушҡандар – “Тирмә”. Уның янында бер төркөм кешене күргәс, “шул ике арала нимәгә ҙур сират хасил булған” тип уйланыҡ. Баҡтиһәң, бер ҡыйыҡ аҫтында магазин һәм туҡталҡа урынлашҡан. Өҫтәүенә телефон аппаратын да элгәндәр.
“Тирмә”нең тупһаһы аша атлап, эскә үтәбеҙ. Беҙ уйлағанса, ул аҙыҡ-түлек магазины ғына түгел, бында көнкүреш һәм хужалыҡ тауарҙары ла һатыла. Ауыл кешеһе өсөн иң кәрәклеһе ошолар түгелме! Әлбиттә, шулай. Ыҫпай кейенгән апайҙар һәр кемгә яҡшы мөғәмәләлә, айырыуса өлкәндәрҙең көйөн көйләй беләләр, уларға бар әйберен пакетҡа һалырға ярҙам итәләр.
– Бер яҡ ситтә төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, ҡарты ла, йәше лә бик күп йөрөй, – тип һөйләй һатыусы Лилиә Яхина. – Хужабыҙҙың һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты, ул ауыл төньяҡҡа ҡарай һуҙыласаҡ тип фараз ҡылғайны бер нисә йыл элек. Әйтерһең дә, район үҙәге был яҡҡа күскән хәҙер. Улай ғына ла түгел, ошо майҙансыҡты гөл баҡсаһына әйләндерҙе. Ә бит ҡасандыр юл буйы ҡотһоҙ күренә ине.
Уның һүҙҙәренә хеҙмәттәше Флорида Подаруева ла ҡушыла. Сауҙа тармағында оҙаҡ йылдар тир түгеүен бәйән итте ул. Талбазы эшҡыуарына килеп эш табыуына ҡыуанысы сикһеҙ һатыусының. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, был – беҙҙең өсөн иң мөһиме, ти. Уларға хужаһы ябай хеҙмәткәрҙәр тип түгел, ә төп ярҙамсылары кеүек өндәшә, фекерҙәрен уртаҡлаша, тәҡдим-үтенестәренә ҡолаҡ һала икән.
Урамға сыҡҡанда, автобус, кемдәрҙелер төшөрөп, икенселәрҙе ултыртып, район үҙәге буйлап юлланды. Урта йәштәрҙәге ҡатын һөйләүенсә (ул үҙен Ғәйшә тип таныштырҙы), был магазин уның өсөн бик уңайлы. Беренсенән, автобус көткән арала, магазинға инеп, тиҙ генә йомоштарыңды йомошларға мөмкин, икенсенән, кәрәк ергә шылтыратырға ла өлгөрәһең.
“Тирмә”нең хужаһы Раил Бәширов билдәләүенсә, кеше был тормошта үҙенән һуң бүтәндәргә нимәлер ҡалдырырға тейеш, шул уҡ ваҡытта һәр кемдең күңел һөйгән шөғөлө лә бар.
Шәхси эшҡыуарҙан киләсәккә маҡсаттары тураһында белешкәндә бына нимә тине ул:
– Һүҙ ҙә юҡ, эшмәкәрлекте киңәйтеү, ғөмүмән, үҫеү хаҡында уйланам. Һатып алыусының талабын иң беренсе урынға ҡуябыҙ һәм шуға ярашлы план төҙөйбөҙ. Әйтәйек, уҙған айҙа йәки кварталда ниндәй тауар тиҙ һатылып бөттө, ә ҡайһыһы үтмәне... Алдан ҡысҡырып йөрөүҙе өнәмәйем, барыһын да асып һалырға ла ярамайҙыр. Сауҙа бит!