Февраль айында юбилейҙар, тантаналар01.02.2012
1 – йырсы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Федор Шаляпиндың тыуған көнө (1873 – 1938).
– шағир Салауат Рәхмәтуллаға (Салауат Рәхмәтуллин) – 70 йәш (1942).
5 – Башҡортостандағы революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы, "Башҡортостан" гәзитенең яуаплы секретары Бәхтегәрәй Шәфиевтең тыуыуына – 115 йыл (1897 – 1918).
– күренекле ғалим, башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына – 80 йыл (1932 – 1980).
– яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мәүлит Ямалетдинға (Мәүлит Ямалетдинов) – 65 йәш (1947).
6 – геофизик, Башҡорт дәүләт университетының физика кафедраһы профессоры, физика-математика фәндәре докторы Рәмил Шәрәфетдиновҡа – 60 йәш (1952).
– ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы, Башҡортостан дәүләт аграр университетының ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы факультеты деканы Камил Ғәбдрәхимовҡа – 50 йәш (1962).
8 – "Республика Башкортостан" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Наталья Супрягаға – 55 йәш (1957).
9 – тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Кәрим Ишбаевҡа – 75 йәш (1937).
– лингвист, ғәрәп теле белгесе, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурмөхәмәт Сөйәрғоловҡа – 75 йәш (1937).
10 – "Тамаша" журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа – 60 йәш (1952).
12 – шағир-фронтовик, тәржемәсе Хөсәйен Ҡунаҡбаевтың тыуыуына – 100 йыл (1912 – 1943).
– Башҡортостандың халыҡ шағиры, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына – 80 йыл (1932 – 1977).
16 – шағир, драматург, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рафаэль Сафиндың тыуыуына – 80 йыл (1932 – 2002).
17 – гематолог, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың Терапевтар ассоциацияһы рәйесе, Башҡортостан Фәндәр академияһының Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры Әхәт Бакировҡа – 60 йәш (1952).
20 – Башҡортостандың халыҡ артисы, Сибай дәүләт филармонияһы директоры Вәкил Йосоповҡа – 60 йәш (1952).
– Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Механика институты директоры, физика-математика фәндәре докторы Сәйет Урмансаевҡа – 60 йәш (1952).
25 – балет артисы, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы Гүзәл Сөләймәнованың тыуыуына – 85 йыл (1927 – 1969).
– медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандын атҡаҙанған табибы Рәйсә Фазлыеваға – 75 йәш (1937).
– "Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы дәүләтенең исемен үҙгәртеү тураһында" Башҡорт ССР-ы Законын ҡабул итеүгә – 20 йыл. Уға ярашлы республика "Башҡортостан Республикаһы" тип үҙгәртелде (1992).
– Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағында Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеген булдырыуға – 20 йыл (1992).
28 – Башҡортостан Республикаһының Һуғыш, хеҙмәт, Хәрби Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы ойошторолоуға – 25 йыл (1987).


Вернуться назад