Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев территориаль һәм участка һайлау комиссиялары вәкилдәре менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
Сентябрҙәге Берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһау осрашыуҙың төп темаһы булды. Сарала территориаль һайлау комиссияһы ағзалары, участка комиссиялары рәйестәре, биләмә башлыҡтары ҡатнашты.
Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ҡалалағы һәм райондағы 65 участка һайлау комиссияһының барыһы ла закон талаптарына ярашлы, һөҙөмтәле эшләүен билдәләне.
Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, Учалыла һайлау юғары кимәлдә үткән, тауыш биреүгә халыҡтың 83,71 проценты килгән. Кәңәшмәлә участка комиссиялары рәйестәре Станислав Садовщиковҡа, Хәтип Мөхәмәҙиевкә, Рәмзиә Казбековаға, секретарҙар Ирма Жиналинова менән Ирина Иванцоваға һайлауға әҙерләнеүҙә һәм уны үткәреүҙә уңышлы эшләгән өсөн Үҙәк һайлау комиссияһының рәхмәте белдерелде.