Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты ошо көндәрҙә үҙенең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Тантана республика етәкселеге вәкилдәрен, институттың (элекке юридик факультеттың) хаҡлы ялдағы һәм бөгөн дә фиҙакәр хеҙмәт иткән уҡытыусыларын, төрлө йылдарҙағы сығарылыш студенттарын бергә йыйҙы.
1949 йылда Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтының Өфө филиалы рәүешендә асылып, 1972 йылда БДУ ҡарамағына ингән, 1999 йылда иһә институт статусына лайыҡ тип табылған уҡыу үҙәге бар яҡлап та алдынғылар рәтендә. Унда белем эстәгәндәр илебеҙҙең төрлө төбәгендә бик күп тармаҡтарҙа хеҙмәт итә.
– Хоҡуҡ – йәмғиәттең именлек нигеҙе. Беҙ һеҙҙең эшегеҙҙе хөрмәт итәбеҙ һәм һәр саҡ күҙәтеп барабыҙ, – тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тәбрикләү һүҙендә.
Рәсәйҙең Федерация Советындағы Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова иһә ҡотлау сығышы һуңында уҡыу йортоноң иң яҡшы студентына 5 мең һум күләмендә премия тапшырасағы хаҡында белдерҙе.
Мәртәбәле байрамын билдәләгән белем усағында бөгөн өс мең самаһы студент уҡый, коллективта юридик фәндәр буйынса 22 фән докторы һәм 63 фән кандидаты эшләй.