Эш һөҙөмтәһен көн дә тоябыҙ11.11.2014
Эш һөҙөмтәһен көн дә тоябыҙ
Рәсәйҙең эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө илдә киң билдәләнә. Уҙған йома ошо һөнәри байрам уңайынан баш ҡалала тантаналы йыйылыш булды. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, тармаҡ алдынғылары һәм ветерандар ҡатнашты.


— Кешеләрҙең имен тормошо һәм һаулығы, дәүләттең һәм йәмғиәттең тотороҡло үҫеше һеҙҙең эшмәкәр­легегеҙгә, оҫталығығыҙға бәйле. Беҙҙең төп маҡсат — граждандарға хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Власть менән хоҡуҡ һаҡлау органдары бергә эшләгән урында һәр саҡ һөҙөмтә күренә, — тине Рөстәм Зәки улы. — Башҡортостандың эске эштәр хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ яҡшы иҫәптә булды һәм шулай ҡала. Һуңғы йылдарҙа төбәктә енәйәтселек кимәле – Волга буйы федераль округы һәм ил буйынса иң түбәндәрҙең береһе. Был — һеҙҙең көндәлек көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһе.
Рөстәм Хәмитов дәүләт авто­инспекцияһы хеҙмәткәрҙәрен юл һәлә­кәттәре һанын кәметеү йәһәтенән һөҙөмтәлерәк эшләргә, шулай уҡ ҡағиҙәләргә битараф ҡалыусыларға ҡаршы ҡатыраҡ көрәшергә саҡырҙы.
— Әгәр юл ҡағиҙәһен чиновник йә иһә көс структураһы хеҙмәткәре боҙа икән, һис шикһеҙ, уның, вазифаһына ҡарап тормай, водитель таныҡлығын тартып алырға кәрәк. Һеҙҙең быға тулы хоҡуғығыҙ бар,— тине республика башлығы.
Президент именлек һаҡсыларына ихлас күңелдән рәхмәт әйтте, алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙең бер төркөмөнә Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм киләһе йылда уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттары барышында тәртипте һаҡлау, ҡунаҡтарҙың, республика халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысының айырыуса етди икәнлеген иҫкәртте.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин, хеҙмәт­тәштәрен байрам менән ҡотлап, тармаҡ эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һандар менән таныштырҙы.
— Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан быйыл 25700 енәйәт, шул иҫәптән 270 үлтереү, 7500 урлашыу, 600 талау осрағы буйынса сара күрелде. Уҙған йылдарҙа теркәлгән 1586 енәйәт эше судҡа тапшырылды, — тине Михаил Иванович. — Быйыл урлашыу, һөжүм итеү, талау, ауыр тән йәрәхәттәре һалыу кеүек енәйәттәр әҙерәк теркәлде. Үҫмерҙәр ҡылған енәйәттәр һаны 9 процентҡа кәмене. Шулай уҡ ҡорал ҡулланыу осраҡтары аҙайҙы.
Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре 2 меңгә яҡын иҡтисади енәйәтте асыҡ­лаған, 750 законһыҙ уйын салонының эшмәкәрлеген туҡтатҡан.
Михаил Закомалдин иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе Хөкүмәт, ведомство наградалары менән бүләкләне.
Байрам концерт менән тамамланды.




Вернуться назад