Үткән шәмбе баш ҡаланың Ленин майҙанында Бөйөк Октябрь революцияһының 97 йыллығы уңайынан митинг ойошторолдо. “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе уҙғарған акцияла 150-гә яҡын кеше ҡатнашты.
— Тағы бер тапҡыр тарихи йылдарҙы барланыҡ, илдең артабанғы йүнәлешен билдәләгән ваҡиғаларҙы иҫләнек, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙыҡ һәм партия ағзаларына лайыҡлы наградаларын тапшырҙыҡ. Акция тыныс шарттарҙа, законға ярашлы үтте, — тине, митинг һөҙөмтәләре менән таныштырып, төбәк бүлексәһенең беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин.
Иҫтәлекле датаны республикабыҙҙың бүтән ҡала һәм райондарында ла билдәләнеләр.