Рәссам тыуған яғына ҡайтырмы?11.11.2014
Билдәле рәссам, Өфөлә тыуып үҫкән Ян Крыжевскийҙың ҡыҙы атаһын тыуған иленә ҡайтарыуҙа ярҙам һорап Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт итте. Әле яҡташыбыҙ фәҡирлек сигендә, документһыҙ АҠШ-та көн күрә.


– Ян Крыжевскийҙың ауыр хәлгә тарыуы хаҡында ҡыҙының Башҡортостан Президентына яҙған хатынан ғына хәбәрҙар булдыҡ. Республика етәксеһе танылған совет рәссамына бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеү бурысын ҡуйҙы, Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров исеменә хат ебәрҙе. Унда Ян Крыжевскийҙы Өфөгә ҡайтарыу өсөн тейешле документтар тултырыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе белдерелә. Президент Хакимиәтенең тышҡы бәйләнештәр бүлеге лә был эштән ситтә ҡалманы. Ғөмүмән, республикабыҙ граждандарын ауыр хәлдә ҡалдырмайбыҙ. Президент Рөстәм Хәмитов үҙ ғәмәлдәре менән быны күп тапҡыр раҫланы, — тине төбәк башлығының матбуғат секретары Артем Вәлиев.



Вернуться назад