Йәштәрҙең ярҙамы кәрәк11.11.2014
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Селигер-2014” Бөтә Рәсәй йәштәр форумының “Поколение Zнаний” йомғаҡлау сменаһында ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттарының йәш уҡытыусылары һәм аспиранттары менән осрашты.


Сара барышында йәштәр тәьҫораттарын уртаҡлашты, киләсәккә ниәттәре хаҡында һөйләне, йәш быуын менән эш итеү өлкәһендәге әһәмиәтле проекттарҙы тикшерҙе.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан етәкселеге төбәктең заманса йөҙөн билдәләү йәһәтенән эш алып бара.
– Республикабыҙ заманса шарттарҙы ҡабул итергә, улар өсөн асыҡ булырға, инвестициялар тупларға, тормошобоҙҙоң иҡтисади нигеҙҙәрен асыҡларға тейеш. Кешеләр менән эшләү йәһәтенән хәҙерге Башҡортостанға камиллашыу зарур. Был эштә берҙәмлек кәрәк. Һеҙҙең дә ярҙамығыҙ талап ителә. Йәмғиәтте борсоған мәсьәләләрҙе аныҡ белгән, ижади ҡарашлы, һәләтле йәштәрҙең ярҙамына мохтажбыҙ, — тине республика Президенты.
“Селигер-2014” форумында ҡатнашыусыларҙың осрашыу барышында тәҡдим иткән проекттары Рөстәм Хәмитов ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелә. Президент әһәмиәтле сарала республикабыҙҙың абруйын арттырыуға үҙ өлөшөн индергән йәштәрҙең барыһын да Башҡортостандағы дәүләт граждан хеҙмәтенең кадрҙар резервына теркәргә ҡарар итте.


Вернуться назад