Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты рәйесе Эльвира АЙЫТҠОЛОВА: “Мәғариф мәсьәләләре – иғтибар үҙәгендә”11.11.2014
— Бөгөн белем биреүҙең төрлө юлдары бар. Шул иҫәптән дистанциялы уҡыу ҙа — мәғариф системаһының бер ҡаҙанышы. Ул бер юлы ике-өс уҡыу йортонда белем алыу мөмкинлеген бирә. Былтыр республика Президенты үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә белем биреүҙең электрон һәм дистанциялы формаларын камиллаштырыу тураһында әйткәйне инде. Быйыл иһә Рөстәм Хәмитов әлеге мәсьәләне йәнә телгә алды һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫеш бик һүлпән бара тип баһаланы.
Ғөмүмән, мәғариф тармағында хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Фәнде финанслауҙы ғына алып ҡарайыҡ: был тема бер нисә тапҡыр күтәрелде, әммә алға китеш юҡ. Бөгөн беҙгә фәндең абруйын ҡайтарыу шарт. Ниндәйҙер идеяны уйлап тапҡан, ошо яңылыҡты ғәмәлгә индереүҙең иҡтисади һөҙөмтәһен аңлаған кеше йыш ҡына предприятиелар менән хеҙмәттәшлек төҙөй алмай. Теге йәки был ойошманың белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара килешеп эшләмәүе төбәктең иҡтисади үҫешендә лә сағыла. Бөгөн күп вуздар белгестәр әҙерләгәндә эш урындарына мохтажлыҡ рейтингын иҫәпкә алмай.
Республика Президенты Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу маҡсатында беҙҙең комитет тәү сиратта эш биреүсе менән мәғариф ойошмалары араһындағы өҙөклөктө кәметеү яйын күрәсәк, норматив документтар ҡайтанан өйрәнеләсәк, анализланасаҡ, хәл итеү юлдары барланасаҡ.


Вернуться назад