Дәғүә урынһыҙ08.11.2014
Күгәрсен районының Түбәнге Бикҡужа ауылынан Мәҙинә, 11 июлдә “Башҡортостан”дың тиҙ ярҙамына шылтыратып, урында араҡы эсеүгә, тәмәке тартыуға ҡағылышлы закондарҙың үтәлмәүе, мәктәп янында көйрәтеүҙәре, унда һыра ла һатыуҙары, ауыл Советына мөрәжәғәт итеүҙән бер ниндәй фәтүә булмауы хаҡында хәбәр иткәйне.


Был дәғүәгә ҡарата Күгәрсен район хакимиәтенән яуап хаты килде. Унда урында хәлдең тикшерелеүе хаҡында әйтелә. Район хакимиәтенең 2013 йылдың 30 сентябрендәге ҡарарында төбәктә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыусы ойошмалар һәм объекттар сиктәре билдәләнгән. Уға ярашлы, Түбәнге Бикҡужа төп белем биреү мәктәбенән магазинға тиклем ара 50 метр булырға тейеш. Ә ысын­барлыҡта ул — 106 метр. Шуға алкоголь продукцияһын, тәмәке һатыуҙы тыйыу юҡ. Белем биреү учреждениеһы директоры фарманына ярашлы, мәктәп биләмәһендә тәмәке тартыу тыйылған.


Вернуться назад