“Алпамыша”лар Көҙөйҙә ҡунаҡта08.11.2014
“Алпамыша” үҫмерҙәр спорт клубында тәрбиәләнеүселәр өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн Көҙөй йорт-интернатында булды.


Балалар күстәнәскә тәм-том һәм шаян бейеүҙәр алып килгәйне. Виктория Семенова менән Ильвина Низаева уҡыған шиғырҙар берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Өлкәндәр ҙур теләк менән шашка турнирында ҡатнашты. Был йәһәттән Я. Ғәлимов, С. Степанов, М. Исхаҡов, Ф. Хафизов, Ф. Хәмитов, О. Каратков айырыуса әүҙемлек күрһәтте. М. Исмәғилев абсолют еңеүсе булды.

Л. НУРИЕВА,
“Алпамыша” клубы директоры.




Вернуться назад