14 ноябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Ҡала мөхите» X социаль реклама фестивале уҙасаҡ. Үткән йылдарҙағы кеүек үк, социаль рекламаның тормошто һәйбәт яҡҡа үҙгәртеүенә, киҫкен йәмғиәт проблемаларын хәл итергә ярҙам итеүенә ышанған ижади ҡарашлы, битараф булмаған кешеләр бергә йыйыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: фестиваль сиктәрендә социаль тармаҡҡа ҡағылышлы иң яҡшы реклама проекттары араһында һайлап алыу туры ойошторолғайны. Сарала иһә тамашасы хөкөмөнә бөтә конкурс эштәре лә тәҡдим ителәсәк.
Бынан тыш, реклама һәм коммуникация өлкәһендәге Рәсәй эксперттарының оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған. “Ҡала мөхите” конкурсының жюри рәйесе Гюзелла Николайшвили ғаилә һәм балалыҡ темаһына социаль реклама эшләү үҙенсәлектәрен өйрәтһә, Мәскәү ҡунағы Александр Панкин “Рәсәйҙәр тормошонда социаль рекламаның роле” тигән темаға дискуссия ойоштормаҡсы. Шулай уҡ социаль яуаплылыҡ, шәфҡәтлелек темалары ла ситтә ҡалмаясаҡ. Фестивалдең ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, оҫталыҡ дәрестәре бушлай үткәреләсәк, уларға Интернет селтәре аша (https://vk.com/GorSreda2014) яҙылырға мөмкин.