Иртә таңдан эңер төшкәнсе08.11.2014
Иртә таңдан эңер төшкәнсе
Юл төҙөүселәрҙең хеҙмәте һәр ҡайһыбыҙҙың тиерлек күҙ алдында. Ҡайһы ғына төбәккә ниндәй генә сәғәттә юл алһаҡ та, уларҙы эш урынында осратабыҙ. Ҡайһы ваҡыт түҙемһеҙ “тимер ат” хужалары сәфәрҙәре бер аҙ тотҡарланыуға ризаһыҙлыҡ белдерә, сығырынан-сыға яҙғандар ҙа юҡ түгел. Икенселәре, аңлап ҡабул итеп, үткәреүҙәрен сабыр ғына көтә. Ә яҡшы, хәүефһеҙ юл һәммәбеҙгә лә кәрәк. Йәй ҙә, ҡыш та тигеҙ, ялтырап ятҡандарынан елдерге килә.

Иртә таңдан эңер төшкәнсе“Башкиравтодор” йәмғиәтенең Ауырғазы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы эшселәрен дә ҡыҙыу мәлдә тап иттек. Талбазы ауылы урамында асфальт түшәйҙәр ине улар. Ҙур ҡеүәтле “ҡорос ат”тарҙы йүгәнләгән ир-егеттәр эргәһенә яҡыныраҡ барырға ҡыймайыраҡ торғанда, өлкән мастер Нияз Ғиниәтов күреп ҡалды. Ул егеттәренә эш күләмен билдәләгән, һәр ҡайһыһы үҙенә тәғәйенләнгән бурысты үтәү менән мәшғүл. Ауыр техника менән оҫта эш итә белеүҙәре ситтән ҡарап торғанда уҡ яҡшы күренә. Дамир Ғиндуллин, Рәмил Мәғҙәнов, Ғиндулла Вәлиев асфальт түшәүҙә ҙур тәжрибә туплаған. Нияз Ғиниәтов тураһында әйтеп тораһы ла юҡ — 30 йылға яҡын ғүмере юл хеҙмәте менән бәйләнгән. Хәйер, афған яуын үткән ир-уҙаманға тыныс тормошта юл төҙөү эше — күңелде күтәрерҙәй, йырлап ҡына атҡарылырҙай бурыс.
Идаралыҡ директоры Риф Рафиҡов әйтеүенсә, райондағы барлыҡ ауылға ла яҡшы юл илтә. Эш күләмен тулыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн төбәктә йәмғеһе 140 ауыл барлығын да әйтеп үтәйек. Ҡайһыһына тиклем ҡырсынташ түшәлгән, ҡайһыларын асфальт юл тоташтыра. Бынан тыш, ауыл урамдары ла күҙгә күренеп яңы төҫ ала. Ҡыш та көсөргәнешле хеҙмәт туҡтамай, юлдарҙы иртә таңдан ҡарҙан таҙартып тороу идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре өҫтөндә. Шуға ла үҙҙәрен тәүлек әйләнәһенә һаҡта торған һалдаттай хис итәләр.
Иртә таңдан эңер төшкәнсе– Беҙгә барлығы 523 километр юлды тәртиптә тотоу ышанып тапшырылған. Элегерәк район биләмәһе аша үткән федераль юлдар ҙа беҙҙең ҡарамаҡта ине. Уларҙы башҡа ойошмаға тапшырып дөрөҫ эшләнеләр, сөнки эш күләме былай ҙа бик ҙур, – ти Риф Ғилмулла улы.






Вернуться назад